Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Май 2023, 23:15

Тәүге һатып алыусы кем?

"Урал аръяғы-2023" инвестиция һабантуйында башҡорт сувенирҙарының тәүге маркетплейсы менән таныштырҙылар.

Тәүге һатып алыусы кем?
Тәүге һатып алыусы кем?

“Урал аръяғы-2023” инвестиция һабантуйында башҡорт сувенирҙарының тәүге маркетплейсы тәҡдим ителде. Башсувенир.рф махсуслаштырылған сайтының презентацияһы Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының социаль әһәмиәтле тауарҙар сәнәғәтен үҫтереү департаментындағы милли художество промыслалары бүлеге начальнигы Мария Козлова ҡатнашлығында "Башҡортостан Республикаһында халыҡ художество кәсептәрен үҫтереү перспективалары" темаһына "түңәрәк өҫтәл" ваҡытында үтте.

"Рәсәйҙең 60-тан ашыу төбәгендә 350-гә яҡын халыҡ кәсептәре предприятиеһы эшләй. 2018 йылдан алып милли предприятиеларға 2,45 миллиард һумлыҡ субсидиялар бирҙек. Был өлкәлә мәшғүл кешеләргә ярҙам итеү өсөн (ә улар 30 меңдән ашыу!), шулай уҡ Рәсәй мәҙәниәтенең мөһим аспекттарының береһен популярлаштырыу маҡсатында, хәтерегеҙгә төшөрәм, Президент 2022 йылда айырым байрам булдырҙы, беҙ уны 18 июндә билдәләйәсәкбеҙ", — тип һөйләне Мария Козлова.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев Башҡортостан Сувенир продукцияһы интернет-магазинының тәүге һатып алыусыһы булды. Ул “Шайморатов” кәпәсен һатып алған.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/21047/

Тәүге һатып алыусы кем?
Тәүге һатып алыусы кем?
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: