

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Эксперт Урал” эшлекле журналына интервью бирҙе, унда ни өсөн республика былай ҙа күп индустриаль һәм технопарктарҙы икеләтә арттырырға ынтылыуы хаҡында һөйләне.
– Булдырылған индустриаль һәм технопарктар һаны буйынса Башҡортостан – Рәсәй төбәктәре араһында алдынғыларҙың береһе. Был парктар бер-береһе менән инвесторҙар йәлеп итеү өсөн конкуренция тыуҙыра башлаймы?
– Производствоға әҙер майҙансыҡтар булдырыу – төбәктәрҙең инвестиция сәйәсәтенең төп элементтарының береһе. Беҙҙә 12 индустриаль һәм 18 технопарк уңышлы эшләп килә. Рәсәй төбәктәренең сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында беҙҙең лидерлыҡ позицияларыбыҙ ошо хаҡта һөйләй.
Төҙөлөп ятҡан парктарҙың барыһы ла төрлөсә махсуслашҡан. Мәҫәлән, технопарктарҙың береһе Өфө районында белорустар менән берлектә “Амкодор-Ағиҙел” предприятиеһына булдырыла, унда урып-йыйыуҙан һуң иген эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү планлаштырыла. Субсидия күләме – 1,2 миллиард һумдан ашыу. Шулай уҡ Туймазы ҡалаһы биләмәһендә “Мастер” сәнәғәт технопаркын булдырыуҙа финанс ярҙамы күрһәтәбеҙ. Был артабан 500 эш урыны булдырырға һәм бер миллиард һум самаһы инвестиция йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
“КамАЗ” менән компанияның бүлендек предприятиеһы – Туймазы автобетоновоздар заводы базаһында заманса сәнәғәт технопаркы төҙөйбөҙ. Буш торған инженер инфраструктураһы менән корпустарҙы ремонтлағандан һуң бында бизнес өсөн 20 мең квадрат метрҙан ашыу майҙан барлыҡҡа киләсәк. Туймазы бетон ташыусы машиналар заводы үҙе технопарктың төп резиденты буласаҡ, ул яңы майҙансыҡта тағылма техниканың киң ассортиментын етештерергә ниәтләй.
Шуныһы мөһим, парктарҙы асыу ваҡытына беҙ уларҙың якорь резиденттары кем буласағын беләбеҙ. Компаниялар заявкаларҙы төҙөлөш этабында уҡ тапшыра.
Сәнәғәт ипотекаһына өмөт ҙур. Механизмдар көйләнгән, әммә Рәсәй Хөкүмәтенең ошо маҡсатҡа аҡса бүлеүен көтәбеҙ. Ул саҡта беҙ булдырасаҡ парктар һанын арттырасаҡбыҙ, - тине республика етәксеһе.
Фото: ufimskiy.kr-rb.ru