

Башҡортостандың Финанс министрлығы хәбәр итеүенсә, 31 майҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә дәүләттән микрозаймдар тураһында аңлатасаҡтар.
Был вебинар Милли банктың Башҡортостан буйынса бүлексәһенең түләүһеҙ үткәргән сараларының дауамы булып тора.
“Хәҙерге шарттарҙа финанс грамоталылығын күтәреү мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк. Яңынан-яңы банк продукттары һәм технологиялары, инвестиция өсөн мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Ә ошондай саралар эшҡыуарҙарға көнүҙәк мәсьәләләр буйынса яуап алыу мөмкинлеге бирә”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.
“Башҡортостан Республикаһының бәләкәй бизнес өсөн микрокредит компанияһы” етәксеһе Илһам Закиров үҙмәшғүлдәргә, индивидуаль эшҡыуарҙарға микрозайм биреү үҙенсәлектәре тураһында һөйләйәсәк.
“Микрофинанс баҙарының әүҙем үҫеше шарттарында өйрәтеү сараларына мохтажлыҡ ҙур”, – ти республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.