

Башҡортостандың эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса төп вәкиле Ирина Абрамова белдереүенсә, ер-мөлкәт теркәүҙә килеп сыҡҡан проблемалар йүнселдәрҙең был мәсьәләне төбөнә тиклем белмәүгә, теркәгән саҡта ҡайһы бер деталдәргә иғтибар итмәүгә бәйле.
– Был хаталар иһә үҙ сиратында эшҡыуарға штрафтар, килем юғалтыуҙары килтерә. Шуның өсөн, етәксе әйтеүенсә, бизнесмендар араһында был йәһәттән йышыраҡ аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк, – тине ул.
Бөгөн нәҡ ошондай осрашыуҙарҙың береһе үтте лә инде. Сара фекер алышыуға ғына ҡайтып ҡалманы, ә етәкселәр конкрет миҫалдарҙа конкрет аңлатыу эштәре алып барҙы.
Атап әйткәндә, Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марат Мирзаянов бизнес вәкилдәренә кадастр иҫәп буйынса ентекле аңлатмалар бирҙе. Мәҫәлән, ул бәләкәй биналарҙы ҙур бер объектҡа йәки, киреһенсә, ҙурыһын бәләкәй биналарға әйләндереүҙәге юридик ҡыйынлыҡтар буйынса миҫалдар килтереп үтте. Шулай уҡ эшҡыуарҙар йыш ҡына ҡулланған ерҙәрҙе ниндәй ҙә булһа инвестицион программа нигеҙендә төҙөлөш өсөн теркәү буйынса ла тәжрибәне үҙ хатаһында туплай. Ғәҙәттә, был өлкәлә тиҫтә йыл элек сығарылған документтар проблемаға нигеҙ булып тора. Билдәле, ун йыл элек закон да, рөхсәт биреү ҙә башҡа ине... Бөгөнгө аңлатыу эштәре ошо етешһеҙлектәрҙе лә урап үтмәне.
– Беҙ төрлө мәсьәләләр буйынса ла хоҡуҡи ярҙам күрһәтә алабыҙ, бының өсөн эшҡыуарҙарға консультацияға йәки онлайн-сервис аша яҙылырға ғына кәрәк. Бынан тыш социаль селтәрҙәрҙәге рәсми сәхифәләр аша ла мөржәғәт итә алаһығыҙ, – тип өндәште ул йүнселдәргә.
Марат Мирзаянов республикала кадастр иҫәбенең 2,5 көн дауам иткәнен, ғәмәлдә 1,8 көн тәшкил иткәнен дә билдәләп үтте. Ә бына инвестиция йәлеп итеү юлы менән булдырылған йәки социаль проекттар бер нисә сәғәт эсендә генә теркәлә.
Осрашыу аҙағында Ирина Абрамова бындай сараларҙың артабан да буласағын һәм уларҙа бизнес өлкәһенә ҡағылышлы икенсе проблемаларҙы тикшереү, аңлатыу өсөн башҡа ведомство вәкилдәре саҡырыласағын белдерҙе.
Әйткәндәй, артабанғы консультациялар тураһында вәкиллектең рәсми сайтында, телеграм-каналында һәм +79174001818, +7(347) 218-18-18 телефондары аша белергә мөмкин.