

Өфө эргәһендә М-5 трассаһының Шакша биҫтәһенә инеү айырсаһында урынлашҡан күпер ваҡытлыса ябылды. Был турала республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итте.
Был осраҡта “Урал” М-5 автомобиль юлының төп үтеү урынында юл асыҡ буласаҡ. Күперҙе ваҡытлыса ябыу “Урал” трассаһының 1492+940 километрындағы ошо айырсаға реконструкция үткәреү менән бәйле. Федераль трассаға сығыу өсөн шоферҙарға башҡа юлдарҙы файҙаланыу мөмкинлеге бар. Бөтә эште 30 сентябргә саҡлы тамамлау планлаштырылған.
Фото: “Башинформ”.