Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Июнь 2023, 16:00

Эшҡыуарҙар ҙа һабантуй ойоштора

Ҡариҙел районында  үткән һабантуйҙа Асҡын, Дыуан, Ҡариҙел, Мишкә, Нуриман, Тәтешле райондары командалары ҡатнашты.

Эшҡыуарҙар ҙа һабантуй ойоштора
Эшҡыуарҙар ҙа һабантуй ойоштора

Бындай һабантуй Ҡариҙел районында икенсе тапҡыр үткәрелә һәм 100-гә яҡын эшҡыуарҙы һәм бизнес-шәрифтәрҙе берләштерҙе. Улар күп кенә милли проекттарҙың инвесторҙары булып тора.

Уларҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙамы илебеҙҙең киләсәгенә ҙур өлөш индерә. Быйыл ҡунаҡтарҙы «Ҡариҙел» глэмпингында ихлас ҡаршы алдылар. Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Светлана Верещагина, «Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы» ойошмаһы директоры Вадим Үтәшев байрамдың абруйлы ҡунаҡтары булды.

 «Үҙ эшеңде алып барыу бик мөһим. Эшҡыуарҙар тырышлығы менән республика әүҙем үҫешә, яңы идеялар һәм проекттар тормошҡа ашырыла. Бөгөн ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ваҡытты мөмкин тиклем һөҙөмтәле үткәреүҙәрен, уйындар һәм ярыштар барышында аралашыуҙарын, артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн бәйләнештәр алмашыуҙарын теләйем. Пландар уңышлы булһын, ә эшҡыуарлыҡ үҫһен һәм сәскә атһын”, - тип сарала ҡатнашыусыларҙы Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин сәләмләне.

"Эшҡыуарлыҡ Һабантуйы-2023" боронғо йолаларҙы һәм хәҙерге замандың популяр мауығыуҙарын берләштерҙе. Был байрамдың төп бурысы - эшҡыуарҙарҙы бер майҙансыҡта йыйыу, уларға үҙҙәрен бер-береһе менән таныштырыу, үҙ потенциалы тураһында һөйләү мөмкинлеге биреү. Ҡатнашыусылар аралаша, тәжрибәлерәк эшҡыуар коллегаларынан яңы белем йәки кәңәш алды. Эшҡыуарҙарҙың коллаборациялар булдыра алыуы, спикерҙар һәм остаздар ярҙам иткән проекттар сиктәрендә берләшеүе мөһим. Көн дауамында ҡатнашыусылар кулинар, спорт, ижади конкурстарҙа ярышты һәм уларҙың йомғаҡтары буйынса түбәндәге номинациялар буйынса урын алды: 

Асҡын районы эшҡыуарҙары командаһы - иң интеллектуаль, Тәтешле районы - иң тапҡыр, Дыуан районы - иң берҙәм, Ҡариҙел районы -  спорт һөйгән, Нуриман районы - иң ижади һәм Мишкә районы иң ижади команда тип табылды.

Сарала Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов ҡатнашты. Ул бер нисә эшҡыуарлыҡ объекттарын ҡараны: шәхси эшҡыуар Эльвира Несмиянованың аквафермаһын,  “Минең бизнесым " үҙәген (етәксеһе Марина Мальцева), шулай уҡ Ҡариҙел ауылының үҙәк район моделле китапханаһын ҡараны, унда конференциялар залында муниципалитет эшҡыуарҙары һәм саҡырылған райондарҙың бизнес-шәрифтәре менән әңгәмә үткәрҙе. "Бындай сараны ойошторған өсөн хакимиәт башлығына рәхмәт белдерәм. Йәйҙең тәүге көндәрендә тәбиғәт ҡосағында күңелле кешеләр, эшҡыуарлыҡ тормошоноң шатлыҡтарын һәм ауырлыҡтарын уртаҡлашҡан кешеләр менән бергә йыйылыуҙан да яҡшыраҡ нәмә юҡ. Мин «Эшҡыуарлыҡ һабантуйы»ның нимә икәнен белгән кеше, әммә һеҙҙең формат бик ҡыҙыҡлы һәм яңы килеп сыҡты», - тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Был көндө бик күп наградалар  һәм Маҡтау грамоталары тапшырылды.

 

 

Эшҡыуарҙар ҙа һабантуй ойоштора
Эшҡыуарҙар ҙа һабантуй ойоштора
Эшҡыуарҙар ҙа һабантуй ойоштора
Эшҡыуарҙар ҙа һабантуй ойоштора
Эшҡыуарҙар ҙа һабантуй ойоштора
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: