Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Июнь 2023, 17:00

Дүртеһен дә ярҙамһыҙ ҡалдырмайҙар

Ҡырмыҫҡалы районының “Артемида” хужалығы яугирҙәргә "УАЗ" һәм "Нива" машинаһы ебәргән

Дүртеһен дә ярҙамһыҙ ҡалдырмайҙар
Дүртеһен дә ярҙамһыҙ ҡалдырмайҙар

Ҡырмыҫҡалы районында ғына түгел, бөтөн респуликаға орлоҡсолоҡ һәм тоҡомсолоҡ хужалығы булараҡ билдәле «Артемида» хужалығы һәр яҡлап алдынғы.

Райондың Быҙаулыҡ, Подлубовка һәм Атйетәр ауыл советтары биләмәләрендә әүҙем эшәмәкрлек алып арған хужалыҡ ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша: хаҡлы ялдағыларға, мәктәптәргә ярҙам итә. “Артемида” хужалығының етәксеһе Евгений Пожидаев махсус операцияның тәүге көндәренән уҡ яуҙағылар өсөн кәрәкле әйберҙәр йыя һәм ебәрә. Евгений Викторович гуманитар ярҙам һәм аҡса йыйыуҙа ҡатнаша.

Хужалыҡта тоҡомло мал үрсетәләр. Уларҙың һауын һыйырҙары һаны ғына 1200-гә еткән. Дөйөм эшселәр һаны – 150. Шуларҙан дүрт ир-егет бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Улар тураһында хужалыҡ етәксеһе даими рәүештә хәстәрлек күрә.

– Егеттәрҙе оҙатҡанда кәрәк-яраҡ менән тәьмин иттек. Ниндәй ярҙам кәрәк, шуны оҙатып торабыҙ. Әле ауыл халҡы менән һөйләшеп, “УАЗ” машинаһы алып ебәрергә булдыҡ, – тип һөйләй Евгений Викторович.

 Һуңғы гуманитар автоколонна менән ауыл хужалығы предприятиеһы ике автотранспорт — "УАЗ" һәм "Нива" ебәрә. Бынан тыш, хужалыҡ мобилизацияланған эшселәренә даими рәүештә матди ярҙам күрһәтә.

 

Фотолар “Артемида” хужалығынан алынды.

Дүртеһен дә ярҙамһыҙ ҡалдырмайҙар
Дүртеһен дә ярҙамһыҙ ҡалдырмайҙар
Дүртеһен дә ярҙамһыҙ ҡалдырмайҙар
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: