Иҡтисад
9 Июнь 2023, 13:50

Светлана Чупшева: “Бер проект та ярҙамһыҙ ҡалмаһын”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стратегик башланғыстар буйынса федераль агентлыҡ менән хеҙмәттәшлеккә юғары баһа бирҙе.

Светлана Чупшева: “Бер проект та ярҙамһыҙ ҡалмаһын”Светлана Чупшева: “Бер проект та ярҙамһыҙ ҡалмаһын”
Светлана Чупшева: “Бер проект та ярҙамһыҙ ҡалмаһын”

Бөгөн Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стратегик башланғыстар буйынса федераль агентлыҡтың генераль директоры Светлана Чупшева менән осрашты. Көн тәртибенә ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү, Милли социаль башланғысты тормошҡа ашырыу, шулай уҡ Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы төбәк советының йәшәү сифатын күтәреү буйынса эшмәкәрлеге ҡуйылды. Республикала был совет 2023 йылдың апрелендә ойошторолған ине.

Стратегик башланғыстар буйынса агентлыҡтың генераль директоры билдәләүенсә, Милли социаль башланғысты тормошҡа ашырыу, Төбәк социаль стандартын индереү буйынса лидерҙар араһында Башҡортостан да бар.

Бынан тыш, һуңғы ике йылда Башҡортостан йәшәү сифаты рейтингында 40-сы урындан 25-се урынға күтәрелгән. Ә инвестиция климаты торошо милли рейтингында республика Рәсәй төбәктәре араһында бишенсе урынды биләй.

- Һеҙҙе Башҡортостанда сәләмләйбеҙ. Килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙе бай эшлекле программа көтә. Беҙҙең хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһен бирә башланы. Бер нисә йыл дауамында булдырған эшләнмәләр республикабыҙ, эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция мөхите булдырыу өсөн бик файҙалы. Беҙ һеҙҙең барлыҡ тәҡдимдәрегеҙгә лә бик иғтибарлыбыҙ. Шул уҡ ваҡытта инвестициялар йәлеп итеү буйынса яңы ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр булдырабыҙ, улар киләсәктә башҡа төбәктәргә лә таралыр тип уйлайым. Беҙ Милли социаль башланғысты тормошҡа ашырыусы тәүге төбәктәрҙең береһе булдыҡ. Был программа беҙҙең өсөн бик мөһим. Күп эш урындары булдырырға, инвестициялар йәлеп итергә мөмкин. Нәҡ Милли социаль башланғыс булған бюрократик ҡаршылыҡтарҙы еңел үтергә мөмкинлек бирә. Шуға ла был проектта әүҙем ҡатнашасаҡбыҙ. Хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт! – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Светлана Чупшева иһә Башҡортостанға һәр ваҡыт ҙур ҡыуаныс менән килеүен билдәләне.

- Бөгөн Өфөлә төбәк эксперт төркөмдәре осрашты. Советтың һеҙҙең рәйеслек аҫтында йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса эшен тикшерҙек, төбәк социаль стандартын, социаль өлкәлә иң яҡшы тәжрибәләр комплексын индереү мәсьәләләрен ҡараныҡ. Республика был өлөштә дүрт пунктты ғәмәлгә индерҙе лә инде. Республикала төрлө башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға әҙер әүҙем кешеләр булыуы хаҡында фекер алыштыҡ. Был республика өсөн дә, тотош Рәсәй өсөн дә бик ҡиммәтле. Сөнки беҙҙең бурыс – әүҙем берләшмә булдырыу, илдең социаль-иҡтисади үҫешен иҫәпкә алып, көн тәртибендә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе күҙ уңында тотоу. Был һаулыҡ һаҡлау, демография, технологик кадрҙар суверенитеты темалары — форум сиктәрендә билдәләнгән бурыстарҙың киң спектры, - тип билдәләне Светлана Чупшева.

 

Мәғлүмәт һәм фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Светлана Чупшева: “Бер проект та ярҙамһыҙ ҡалмаһын”
Светлана Чупшева: “Бер проект та ярҙамһыҙ ҡалмаһын”
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас