Иҡтисад
10 Июнь 2023, 09:30

Булһын ғына инде ул инвесторҙар!

Башҡортостанда инвестиция сәйәсәтенә ҙур иғтибар бирелә, сөнки был өлкә киләсәгебеҙҙе лә билдәләйәсәк

Булһын ғына инде ул инвесторҙар!Булһын ғына инде ул инвесторҙар!
Булһын ғына инде ул инвесторҙар!

– Республикала инвестиция сәйәсәте үҫешә, былтырғы йылды ҡарағанда, Башҡортостанда дөйөм инвестиция күләме 500 миллион һумдан артып китте. Был, әлбиттә, эшҡыуарлыҡ сәғәттәре, бизнес-шериф мәктәбе үҫеше һөҙөмтәһе, был бюрократик аҙымдарҙы, шул иҫәптән ер алыу һәм теркәү буйынса ла, аҙайтыу һөҙөмтәһе лә, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Артабан Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенең иҡтисади үҫеш өсөн яуаплы вәкилдәре менән Стратегик башланғыстар агентствоһы, башҡа төбәктәрҙең уңышлы миҫалдары хаҡында эшлекле һөйләшеү үткәрҙе.

– Беҙ республикаға инвестиция индергән эшҡыуарҙар менән ҡабат-ҡабат осрашып торабыҙ, етешһеҙлектәр буйынса уларҙың фекерҙәрен өйрәнәбеҙ һәм ошо йәһәттән документтар теркәү, майҙан табыу, ҡуртым буйынса байтаҡ хеҙмәттәрҙе ябайлаштырҙыҡ, – тип тә өҫтәне Радий Фәрит улы һәм ҡул аҫтында эшләгән етәкселәргә бизнес вәкилдәре менән осрашып, яңы программа мөмкинлектәре хаҡында аңлатып, ентекле эш алып барырға тигән күрһәтмә бирҙе.

Стратегик башланғыстар агентствоһы генераль директоры Светлана Чупшева үҙ сиратында:

– Инвестор өсөн власть органдарынан тиҙ һәм конкрет тулы яуап алыу мөһим, сөнки уларға килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ рәүештә хәл итергә кәрәк. Был йәһәттән һеҙҙең республика алдынғы тип иҫәпләргә була, сөнки бында бизнес өсөн аралашыу майҙандары, ярҙам төрҙәре башҡа бик күп шарттар булдырылған, был бизнес өсөн уңайлы һәм ул, әлбиттә, инвестиция индерергә әҙер, – тине. Етәксе шулай уҡ Башҡортотстандың байтаҡ күрһәткестәр буйынса алға киткәнен дә һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.

Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Булһын ғына инде ул инвесторҙар!
Булһын ғына инде ул инвесторҙар!
Булһын ғына инде ул инвесторҙар!
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас