Иҡтисад
14 Июнь 2023, 14:10

Ҙур сара көтөлә

500 тирәһе ҡыҙ һәм егеттең ҡатнашыуы күҙаллана.

Ҙур сара көтөләҘур сара көтөлә
Ҙур сара көтөлә

Рәсәй һәм Беларусь йәштәр форумына теркәү башланған. Әйткәндәй, 23-25 июндә Өфө ҡалаһында X Рәсәй һәм Беларусь форумы алдынан ошо ике республиканың йәштәр форумы ойоштороласаҡ. Сарала 18 йәштән 35 йәшкә хәтлем 500 тирәһе ҡыҙ һәм егеттең ҡатнашыуы көтөлә - студенттар, аспиранттар, йәш ғалимдар, бүтән белгестәр һәм башҡалар.

Форумды ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ менән Башҡортостан йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм Беларусь Республикаһының Мәғариф министрлығы.

– Рәсәй һәм Беларусь араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәте бай тарихҡа эйә, – тине Башҡортостан йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук. – Ошо берҙәмлекте алдынғы ҡарашлы йәштәр булдырған. Коммуникацион майҙансыҡ һәм аралашыу нөктәләрен булдырып беҙ киләсәккә нигеҙ һалабыҙ.

Яна Гайдук әйтеүенсә, Рәсәй һәс Беларусь форумында өс көн дауамында студенттар, ауыл-ҡала йәштәре, хәрби-патриотик клубта ҡатнашыусылар бик күп майҙансыҡтарҙа фекер алышасаҡ, асыҡ һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашасаҡ.

Форумдың программаһы бай төҙөлгән. Ауыл йәштәре, патриотик клуб ағзалары, ижади йәштәр һәм студент отрядтары - шуға асыҡ миҫал.

Заявкаларҙы ҡабул итеү 19 июнгә хәтлем дауам итә.

Фото: nashaplaneta.su

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас