

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан, инвестиция карталарының сифаты буйынса, Рәсәй төбәктәренең рейтингында лидер. Баһаны Инвестицион үҫеш милли ассоциациялар агентлығы үткәргән.
– Башҡортостандың инвестициялар картаһы, ә уны республикабыҙҙың Үҫеш корпорацияһы менән Башҡортостан Һанлы үҫеш министрлығы һәм республикабыҙҙың иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәте министрлығы төҙөгән исемлектең топ-5 тигән тәүге баҫҡысына күтәрелде, – тине Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Эксперттар илебеҙҙең бүтән төбәктәренең шундай 43 картаһын тикшергән, өҫтәүенә, 22 кретерий буйынса.
Наил Ғәббәсов әйтеүенсә, Башҡортостан бүтән йүнәлештәр буйынса ла һәр саҡ илебеҙҙә алдынғы.
Фото: Башҡортосан Хөкүмәте.