

Делегация программаһында - эш осрашыуҙары, панель дискуссиялар, илдең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыуҙар.
Ил төбәктәрендә инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләрен презентациялау форумдың төп ваҡиғаларының береһе буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан икенсе тапҡыр рәттән бишенсе урын алды. Республика башлығы эшлекле программа сиктәрендә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы компаниялары етәкселәре менән осрашасаҡ, шулай уҡ бер нисә стратегик һәм инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашасаҡ.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыусылар республика стендында Башҡортостандың инвестиция, туристик, сәнәғәт һәм фәнни-мәғариф потенциалы менән таныша аласаҡ. Ул 390 квадрат метр майҙанды биләй һәм функциональ зоналарға бүленә. Атап әйткәндә, бында пилотһыҙ авиация өлкәһендәге ҡаҙаныштар, шул иҫәптән БАС-200 осоу аппараты тәҡдим ителде. Бынан тыш, майҙансыҡта «Берлога» милли киберфизик платформаһы һәм республиканың башҡа проекттары менән танышырға мөмкин. Стендтың мультимедиа панелдәрендә «Муха» студияһы төшөргән «Төньяҡ амурҙары» тигән яңы мультипликация фильмы күрһәтелә. Иҡтисади форум 17 июнгә тиклем дауам итә.