

16 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй төбәктәренең инвестицион климатының хәлен тикшереүгә бәйле Милли рейтинг һөҙөмтәләренең исем туйы үткән. Уны эшҡыуарҙарҙан һорау алыуға нигеҙләнеп, стратегик инициативалар агентлығы туплаған.
2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан дүртенсе урынды яулаған. Әйткәндәй, бер баҫҡысҡа күтәрелгәнбеҙ. Беренсе һәм икенсе урындарға Мәскәү менән Татарстан сыҡҡан, ә өсөнсө урынды Мәскәү, Түбәнге Новгород һәм Төмән өлкәләре бүлешкән. Башҡортостан иһә дүртенсе урында.
Фото: Башинформ.