Иҡтисад
16 Июнь 2023, 11:20

Дәүләт эшҡыуарлыҡ ярҙамы менән үҫешә

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров «Эшҡыуарҙың альма-матеры: табыш һәм уны булдырыу» сессияһында ҡатнашты.

Дәүләт эшҡыуарлыҡ ярҙамы менән үҫешәДәүләт эшҡыуарлыҡ ярҙамы менән үҫешә
Дәүләт эшҡыуарлыҡ ярҙамы менән үҫешә

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүенсә, статистика буйынса яңы эш башлаған эшҡыуарҙар араһында 90 проценты был өлкәнән яҡынса бер йылдан китә, 5-8 проценты ғына эшен дауам итә һәм уңышҡа өлгәшә, тип билдәләне Хөкүмәт Рәйесе. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре бер нисә йылдан хәүеф аҫтына ҡуйыла, һәм шул саҡта улар араһында уңышлы кешеләрҙең һаны 50 проценттан ашыу тәшкил итә. Был байтаҡ бизнесмендарға ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәклеге тураһында һөйләй

- Закондарҙы үҙгәртеүгә, был өлкәне көйләүгә бик һаҡ ҡарарға кәрәк. Сөнки был файҙалы, уңайлы һәм хәүефһеҙ булһа, кешеләр бизнес менән шөғөлләнәсәк. Бынан тыш, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү билдәле бер әҙерлек, уҡытыуҙы талап итә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.

Премьер-министр билдәләүенсә, «3.0 университеты» концепцияһы комплекслы эшҡыуарлыҡ экосистемаһын булдырыуҙы күҙ уңында тота һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһен өйрәнергә теләүселәр өсөн булдырылған. Бында студент йәштәрҙең эшҡыуарлыҡҡа һәләттәрен үҫтереү, уларҙы өйрәтеү үтә мөһим.

- Башҡортостанда донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге, Өфө фән һәм технологиялар университеты ойошторолған. Ошоға өҫтәп, вуз-ара студенттар кампусы төҙөлә. Беренсе сиратын - 146 мең квадрат метр, быйыл, икенсе сиратын 2025 йылда тапшырабыҙ. Вуз-ара студенттар кампусын уйлағанда, беҙ уны яңы форматтағы уҡытыу экосистемаһы, иң яҡшы сит ил һәм Рәсәй тәжрибәләре нигеҙендә лабораториялар менән ғилми-тикшеренеү коллаборациялары итеп күрһәттек. Был проектҡа инвестициялар күләме 25 миллиард һум самаһы тәшкил итә. Ғилми үҙәк студенттарҙы, ғалимдарҙы һәм ғилми эшкә заказсыларҙы берләштерергә тейеш, - тип аңлатты министрҙар кабинеты башлығы.

Башҡортостан студенттар стартаптары өсөн федераль гранттарға ғаризалар һаны буйынса өс лидер иҫәбенә инде. Бөтәһе 650-нән ашыу ғариза бирелгән. Республикала университет стартап-студияһы булдырылған. Уның сиктәрендә юғары уҡыу йорттары менән берлектә 20-гә яҡын стартап әҙерләнгән. Йыл һайын уны үҫтереүгә федераль бюджеттан 100 миллион һумға тиклем аҡса йәлеп итеү планлаштырыла.

Хәҙерге шарттарҙа дәүләттең нәҡ эшҡыуарлыҡ ярҙамы менән үҫешә алыуы аңлашыла, тип билдәләне Андрей Назаров.

 - Былтыр «Бизнес һәм власть: яңы тарих дәрестәре» китабының исем туйын үткәрҙем. Бер нисә йыл элек яҙа башлағайным да, ҡалдырып торҙом. Ошо китапты тамамларға булдым һәм унда ҡайһы бер уй-фекерҙәремде белдерҙем, улар, минеңсә, был өлкәне үҫтереү нигеҙе булырға тейеш. Бөгөн эшҡыуарлыҡты мөмкин тиклем иркенерәк үҫтереү, эшлекле берләшмәгә ярҙам күрһәтеү кәрәклеген күрәбеҙ, - тип билдәләне Премьер-министр.

Һөҙөмтәле эшҡыуарлыҡ университет экосистемаһын булдырыу йәһәтенән «Профессионалитет» проекты принциптарын юғары уҡыу йорттарына ла таратыу урынлы булыр, тип өҫтәне ул. Был студент йәштәргә үҙ эштәрен үҫтереү өсөн кәрәкле практик компетенциялар алырға мөмкинлек бирер ине.

- Алдынғы сит ил университеттары кампустарында йылдам иҡтисади мөхит формалаша. Тап унан бизнеста флагман позицияларын биләүсе эшҡыуарҙар һәм компаниялар сыға. Беҙҙә яҡшы база, белем иҡтисады үҙәктәре булараҡ университеттарҙы үҫтереү йүнәлештәре, шулай уҡ инновацион эшҡыуарлыҡ мөхитен булдырыу өсөн компетенциялар бар. Был бурысты атҡарып сыға алырбыҙ тип ышанам, - тине Андрей Назаров.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас