Иҡтисад
16 Июнь 2023, 15:40

Геннадий Зюганов Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Стенд республиканың инвестиция, туристик, сәнәғәт һәм фәнни-белем биреү ҡеүәтен сағылдыра.

Геннадий Зюганов Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан стендын ҡараныГеннадий Зюганов Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан стендын ҡараны
Геннадий Зюганов Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан стендын ҡараны

16 июндә XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, РФ-тың Коммунистар партияһы рәйесе Геннадий Зюганов Башҡортостандың күргәҙмәләр стендын ҡараны.

Төбәк етәксеһе  Радий Хәбиров республика үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре, шулай уҡ төрлө тармаҡтарҙағы уңыштар һәм башланғыс проекттар тураһында һөйләне. Стенд республиканың инвестиция, туристик, сәнәғәт һәм фәнни-белем биреү ҡеүәтен сағылдыра.

Геннадий Зюганов пилотһыҙ авиация өлкәһендәге ҡаҙаныштар, шул иҫәптән БАС-200 осоу аппараты менән  танышты. Уны Ростех дәүләт корпорацияһының “Рәсәй вертолеттары” холдингы эшләгән. Күмертау авиация етештереү предприятиеһында машинаны күпләп сығарыуҙы ойошторғандар.

Шул уҡ көндә төбәк башлығы Башҡортостан стенды менән танышҡан башҡа ҡунаҡтар менән дә әңгәмәләште. Улар араһында – Рәсәй спорт министры Олег Матыцин һәм Дәүләт Эрмитажы директоры Михаил Пиотровский.

Фото: сайт Главы РБ.    

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас