

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан етәкселеге, "Алға" айырым иҡтисади зонаһы биләмәһендә, медицина ҡалдыҡтарын зарарһыҙландырыу буйынса ҡоролма урынлаштырырға ниәт иткән инвестор менән килешеүгә ҡул ҡуйған. Инвестицияның күләме – 1,1 миллиард һум. Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм "Стериум" акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Александр Подсекин ҡул ҡуйған.
– Башҡортостанда әлегә хәтлем бындай производство юҡ, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – Ошо проектты тормошҡа ашырыу Рәсәй төбәктәрен һәм Башҡортостанды ҡоролмалар менән тәьмин итеүгә бер аҙым ул. Яңы производствоны асҡандан һуң Башҡортостан бюджетына һалым түләүҙәр артасаҡ, шулай уҡ өр-яңы эш урындары асыласаҡ.
Андрей Назаров әйтеүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте инвесторға һәр йәһәттән ярҙам итәсәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.