

“Беларусь 1” телеканалы менән интервью мәлендә республикалар араһындағы төрлө үҙ-ара мөнәсәбәт темаһы ҡаралды. Текстиль һәм еңел сәнәғәткә тиклем. Өҫтөмдәге костюмдың “Коминтерн” белорус бренды булыуын йәшермәнем.
Үҙем был маркалы кейемде кейгән кеше булараҡ, уның сифатлы һәм уңайлы булыуын әйтә алам. Кейем моделе бик яҡшы, шулай уҡ хаҡы ла сифатына тап килә.
Бөгөн беҙ күп белорус текстиль предприятиелары менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Өфөлә “Коминтерн” компанияһының филиалын асыу тураһында килешеүгә өлгәштек”, тип яҙҙы үҙ сәхифәһендә Премьер-министр Андрей Назаров.
Фото: resbash.ru