

Хәҙерге хеҙмәттәшлек сиктәрендә Башҡортостан үҫеш корпорацияһы сит ил партнерҙары менән берлектә Башҡортостанда инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса эш алып бара. Был турала ведомство начальнигы Наил Ғәббәсов Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә РБК телеканалына биргән интервьюһында белдерҙе.
— Күп кенә сит илдәрҙән килгән инвесторҙар Башҡортостандың инвестиция потенциалы һәм уларҙың инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһына. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә беҙ илебеҙҙә гепарин етештереүҙе асыу менән ҡыҙыҡһынған эре Ҡытай инвесторы менән осрашыу үткәрҙек. Иран Ислам Республикаһына үткән сәфәрҙәр барышында танышып өлгөргән компаниялар менән мөнәсәбәттәр ҙә һөйләшеү стадияһында, — тине Наил Ғәббәсов.
Журналистар менән әңгәмә барышында төбәк үҫеш корпорацияһы етәксеһе ведомствоның Белоруссия менән хеҙмәттәшлегенең нескәлектәре менән дә уртаҡлашты.
— Беҙ Башҡортостан Республикаһы менән ике инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса хеҙмәттәшлек итәбеҙ — уңыш йыйғандан һуң иген эшкәртеү өсөн машиналар һәм ҡорамалдар етештереү буйынса завод һәм дөйөм инвестициялары 2,5 миллиард һум булған етештереү-хеҙмәтләндереү үҙәге төҙөү. Ауыл хужалығы техникаһы етештереләсәк Өфө индустриаль паркының идарасы компанияһы булараҡ, Хөкүмәт ярҙамы менән инвесторҙар өсөн производство комплексы төҙөйбеҙ. Төҙөлөш этабы тамамланыуға яҡынлаша, артабан инвестор ҡорамалдарҙы сафҡа баҫтыра башлай, — тип йомғаҡ яһаны Наил Ғәббәсов.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.