

1943 йылдың 23 феврале... Стәрлетамаҡ оборона заводы үҙенең тәүге продукцияһын – данлыҡлы “Катюша”ға дары шашкаһы эшләп сығара. Улай ғына ла түгел, һуғыш мәлендә гвардия минометтары өсөн һәр бишенсе снаряд нәҡ бында етештерелә. Ошо көндәрҙә данлыҡлы “Авангард” заводына 80 йыл тулды.
“Авангард” предприятиеһы – уникаль завод. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында 15,8 миллион махсус заряд етештерелә. Был зарядтар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Шулай ҙа оборонаны нығытҡан завод өсөн һынаулы йылдар ҙа булды, ул тулы ҡеүәтенә эшләмәне, завод утилләштереү йүнәлешендә генә продукция етештерҙе. Әммә, ниһайәт, предприятие бөгөн яңы һулыш кисерә, нефть, газ, скважиналар өсөн шартлатҡыстарҙан тыш, дәүләт оборона заказы өҫтөндә эшләй.
Завод – республика, илдең Оборона министрлығы, “Ростех” етәкселегенең иғтибар үҙәгендә, сөнки предприятиеға тиҙ арала аяҡҡа баҫырға, оборона өсөн тейешле кимәлдә продукция етештерергә кәрәк.
Былтыр Рәсәй Оборона министрлығы ихтыяжы өсөн эшләгән производстволар Башҡортостанда дүрт тапҡырға артты һәм 56 предприятиеға етте. Оборона заказы 1,6 тапҡырға үҫте.
Былтыр сентябрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмә һөҙөмтәһе буйынса протокол төҙөлдө һәм шул күрһәтмәләрҙең ун бере үтәлде. 2023 йыл башынан завод хеҙмәткәрҙәренең һаны 10 процентҡа артты, ай һайын бында 70-ләгән кеше эшсе һөнәрҙәр буйынса эшкә алына, оборона заказын үтәү буйынса ҙур бурыстар ҡуйылған.
“Авангард” федераль предприятиеһы генераль директоры Станислав Шевчук билдәләүенсә, оборона заказын ваҡытында һәм тейешле кимәлдә үтәү өсөн 2030 йылға тиклем эш стратегияһы төҙөлгән. Рәсәй Хөкүмәте ярҙамында предприятие сығымдарға субсидия юллаған һәм ошо аҡсаға яңы производстволар төҙөлә, иҫкеләре реконструкция үтә, биналар ремонтлана. 2025 йылға ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса яңырыу процесы тамамланырға тейеш.
Әлбиттә, оборона өсөн продукция етештергән заводтың әһәмиәте республика өсөн генә түгел, ил кимәлендә лә мөһим. Әммә ниндәй генә технологиялар булмаһын, хеҙмәттең төп факторы – Кеше. Күптән түгел махсус изделиелар етештереүсе токарь Марат Ғөбәйҙуллин “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнде, предприятие генераль директорының иҡтисад һәм финанс буйынса урынбаҫары Светлана Шабулдаева “Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, ә махсус изделиеларҙы төрөүсе Людмила Клименкоға һәм цех мастеры Елена Новиковаға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды.
Донъя – ҡуласа, тиҙәр... Ҡасандыр Еңеү килтергән завод төрлө йылдарҙа төрлө һынау кисерә, һәм бына ул йәнә илебеҙ оборонаһы өсөн әһәмиәтле эш башҡара. 80 йыл элек кеүек, предприятие йәнә илебеҙгә Еңеү килтерһен! Бының өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырыла.
Рәмил МАНСУРОВ
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.