Иҡтисад
21 Июнь 2023, 17:20

Ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙербеҙме?

Радий Хәбиров Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X Форумына әҙерлек буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе.

Ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙербеҙме?Ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙербеҙме?
Ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙербеҙме?

21 июндә Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X Форумына әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса төбәк ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе. Сара Өфөлә 2023 йылдың 26-28 июнендә үтәсәк.

– Форум – ҡатнашыусылар һаны һәм дөйөм алғанда әһәмиәте буйынса иң ҙур сараларҙың береһе, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Был ваҡиғаның бөтә өлөштәренә лә иғтибар биреү мөһим.

Ултырышта ҡатнашыусылар эшлекле программаны, делегациялар составын, шулай уҡ ваҡиға майҙансыҡтарын әҙерләүҙе тикшерҙе. Форумдың көн тәртибенә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре араһында иҡтисади, социаль һәм гуманитар хеҙмәттәшлек мәсьәләләре инде.

– Бөтәһе өс меңдән ашыу ҡатнашыусыны көтәбеҙ, – тип билдәләне Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Ҡунаҡтарҙың программалары төҙөлдө, уларҙы раҫлауҙы көтәбеҙ.

Эшлекле программа менән бер рәттән бай мәҙәни программа ла планлаштырыла. Рәсәйҙең һәм Беларустың билдәле башҡарыусылары һәм ижади коллективтары “Евразия йөрәгендә Славян баҙары”, “Ҡурай-фест”, “Этно-төн” һәм “Симфоник төн” концерттарында сығыш яһаясаҡ. Форум программаһында Зәки Вәлиди урамында асыласаҡ “Дуҫлыҡ урамы” этник мәҙәниәттәр фестивале айырым урын биләйәсәк. Бында төбәктәрҙең халыҡ ихаталарын урынлаштырыу планлаштырыла. Шулай уҡ бында “Халыҡтар дуҫлығы” гастрономия байрамы үтәсәк, унда Рәсәй һәм Беларустың милли ризыҡтары тәҡдим ителәсәк.

Эш кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар форум сараларының хәүефһеҙлеге, транспорт һәм медицина тәьминәте мәсьәләләрен дә тикшерҙе.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru

Ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙербеҙме?
Ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙербеҙме?
Ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙербеҙме?
Ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙербеҙме?
Ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙербеҙме?
Ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙербеҙме?
Ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙербеҙме?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас