

Башҡортостанда, һәр йылдағыса, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү ҡыҙыу бара. Ни тиһәң дә, беҙҙә ҡыш оҙон һәм ныҡ һыуыҡ. Мәҫәлән, Көйөргәҙе районы уңғандары ла был тәңгәлдә ал-ял белмәй тир түгә. “Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра” тигән мәҡәлде һәр кем эш девизы итеп алған. Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ауыл хужалығы кооперативтары, фермерҙар һәр көндө файҙалы итеп үткәрергә тырыша.
– Йәй осоронда етерлек итеп, хатта артығы менән әҙерләгәс, беҙҙең районда мал аҙығына бер ҡасан да ҡытлыҡ булғаны юҡ, – тип һөйләй Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Урал Ибраһимов. – Ғөмүмән, яҡташтарымдың егәрлелеге, эшһөйәрлеге һоҡландыра.
Шулай итеп, Урал Данил улының оҙатыуында тәүҙә “Искра” ауыл хужалығы кооперативына юлландыҡ. Идараһы Яҡшымбәт ауылында урынлашҡан. Бөтәһе алты бригада һәм шунса ферма бар. Ул үҙенең ҡанаты аҫтына 12 ауылды алған. Тимәк, бындағы халыҡ (200 кеше эшләй) тап тыуған яғында эш урыны тапҡан. Элеккесә әйткәндә, колхоз булып йәшәп яталар.
“Искра” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Мостафин белдереүенсә, бөгөн хужалыҡ эшсәндәре бесән сабыуҙы дауам итә, бынан тыш соҡорға сенаж һалыу менән мәшғүл. Хужалыҡ эш хаҡын ваҡытында түләгәс, күптәр уларға килергә атлығып тора. Ғөмүмән, эшселәр етә. Өҫтәүенә, оҙайлы ҡыш осоронда техниканы ремонтлауға ваҡытты күп бүлгәс, әле машина һәм тракторҙар һәр саҡ төҙөк. Хәйер, яғыулыҡ-майлау материалдарын да ваҡытынан күпкә алдан хәстәрләйҙәр. Техника тигәндән, уларҙа автопарк даими яңыртылып тора. Былтыр “КА-742” маркалы трактор һатып алыуҙары – шуға асыҡ миҫал. Сенаж соҡоро, ә ул ферманан йыраҡ урынлашмаған, менән күп йыллыҡ үлән баҫыуы араһына йөк машиналары саң ҡундырмай, улай ғына ла түгел, ҡеүәтле трактор соҡорға ауҙарылған үләнде бер туҡтауһыҙ тапай. Был эштә водитель Радик Бикмәев, механизатор Ришат Собханғолов һәм ярҙамсы Илнур Аҡъюлов алдынғылыҡты бирмәй. Һәммәһенең дә кәйефе көр.
Артабан Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативына ла һуғылдыҡ. Улар ҙа мал аҙығы әҙерләүгә бөтә көсөн йүнәлткән.
– Тап беҙҙә 11 майҙан бирле ямғыр яуғаны юҡ, үҙегеҙ шаһит, шуға күрә лә үлән әллә ни күтәрелә алманы, – ти хужалыҡтың баш белгесе Нәүҡәт Хисмәтуллин. – Уның ҡарауы, һис кенә лә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ, киреһенсә, булғанына шөкөр итеп, уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырабыҙ. Әле сенаж һалабыҙ, силос сабабыҙ, бесәнгә төштөк. Былтырғы запас ныҡ күп, уға ла өмөт тотмайбыҙ түгел.
Беҙгә ҡалһа, ошо ике хужалыҡ бер-береһе менән сәмләнешеп эшмәкәрлеген алып бара. Киров хужалығы иһә Яңы Мораптал һәм уның эргә-тирәһендәге ауылдарҙағы кешеләрҙе эш менән тәьмин иткән. Бында иһә 245 хеҙмәткәр иҫәпләнә.
Беҙ баҫып торған урын 200 гектар майҙанды биләй. Алтынсы баҫыуҙа, элек-электән ул шулай атала икән, эште тамамлау менән күрше яланға күсәсәктәр.
Хужалыҡтың ныҡышмал егеттәре Руслан Мәҡсүтов, Радик Шәрипов, Рәмил Таңатаров, Азат Мәҡсүтов, Рәмил Ғүмәров, Шәүҡәт Ишкинин, Хажиморат Ибраев һәм Сабит Хәсәновтар тырышлыҡ күрһәтә, уларҙың һәр береһенә кооператив етәкселеге маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәне.
Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативына бына ниндәй бурыстар йөкмәтелгән. Улар ошо көндәрҙә ете мең ярым тоннанан тирәһе сенаж һалырға, ете мең тоннан ашыу сенаж сабырға һәм яҡынса ике мең тонна бесән әҙерләргә тейеш. Ҡыҫҡаһы, һәр шартлы малға кәмендә 30 центнер аҙыҡ хәстәрләү зарур.
- Илдар АҠЪЮЛОВ
Көйөргәҙе районы.