

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә форумға әҙерлек хаҡындағы фекерҙәре менән бүлешкән.
“Иртәнсәк форумдың маршруты буйынса йөрөп сыҡтым - «АМКОДОР» компанияһының ауыл хужалығы ҡорамалдарын сығарыу буйынса завод майҙансығында, З. Вәлиди урамында, ҡунаҡсыллыҡ фестивале майҙансығында, Дуҫлыҡ урамында, шулай уҡ ҡунаҡтарға тәҡдим ителәсәк вуз-ара студент кампусы төҙөлөшө майҙансығында булдым. Уларҙың барыһын да ҡунаҡтарға күрһәтәсәкбеҙ.
Беҙ стартта, һуңғы штрихтарҙы тамамларға ғына ҡалды. Республикабыҙ өсөн Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумын уҙғарыу почетлы миссия булып тора. Быны ғәҙәттәгесә иң юғары кимәлдә үткәрәсәкбеҙ”, - тип яҙған Премьер-министр.
Фото Андрей Назаровтың шәхси сәхифәһенән.