Иҡтисад
27 Июнь 2023, 06:35

Ҡаҙнаның һәр тине иҫәптә

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы 2022 йылда нисек эшләне?

Күптән түгел Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында үҙенең былтырғы эшмәкәрлек йомғаҡтары буйынса сығыш яһаны. Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Константин Шаһиморатов докладтың башында уҡ белдереүенсә, ойошма үткәргән тикшереүҙәрҙең төп маҡсаты – хоҡуҡ боҙоуҙарҙы теркәп ҡалыу ғына түгел, ә уларҙың төҙәтелеүенә өлгәшеү йәки кире тәьҫирен мөмкин тиклем кәметеү, бындай боҙоуҙарҙың килеп сығыу сәбәптәрен билдәләү, киләсәктә уларҙы булдырмау буйынса тәҡдимдәр биреү. Был бурыстарҙы контролерҙар былтыр нисек башҡарҙы?

 

Бурыстар һәм маҡсаттар аныҡ

 

– Тикшереү үткәргәндә төп пробле­маларҙан һәм талаптарҙан сығып эш итәбеҙ, Контроль-иҫәп палатаһының бурыстарын һәр саҡ республиканың өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлештәре менән бергә тормошҡа ашырырға тырышабыҙ, – тине Константин Шаһиморатов. – Былтыр беҙҙең эшмәкәрлектә ҙур ғына үҙгәреш булды: хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау классифи­катор­ының төбәк үҙенсәлектәрен иҫәпкә алған яңы редакцияһы ҡулланыла башланы.

Былтыр Контроль-иҫәп палатаһы 33 контроль һәм 26 эксперт-аналитика сараһы үткәргән, һөҙөмтәлә  финанс тәртибен боҙоуҙың 1517 осрағы асыҡ­ланған. Был боҙоуҙарҙың суммаһы 19 миллиард 524,8 миллион һум тәшкил иткән. Шул иҫәптән:

1) төрлө кимәлдәге бюджеттар булдырыу һәм уларҙы үтәүҙә – 8 миллиард 650,2 миллион һум (финанс боҙоуҙары­ның дөйөм күләменең 44,3 проценты);

2) бухгалтер иҫәбе алып барыуҙа, бухгалтерлыҡ (финанс) отчеты төҙөүҙә – 5 миллиард 824,6 миллион һум (29,8 проценты);

3) аҡсаны һәм башҡа ресурстарҙы йоғонтоһоҙ файҙаланыуҙан – 3 миллиард 679,4 миллион һум (18,8 проценты);

4) мөлкәтте “Росреестр”ҙағы исемлек­кә индермәүҙән – 1 миллиард 189,1 миллион һум (6,1 проценты);

5) дәүләт (муниципаль) мөлкәткә идара итеүҙә – 90,8 миллион һум (0,5 проценты);

6) дәүләт (муниципаль) ихтыяждар өсөн һатып алыуҙа – 72,2 (0,4 проценты);

7) республиканың адреслы инвестиция программаһын тормошҡа ашырыуҙа – 4,9 миллион һум (0,03 проценты);

8) ҡаҙна аҡсаһын маҡсатҡа ярашлы файҙаланмауҙан – 13,6 миллион һум (0,07 проценты).

Эксперт-аналитика эшмәкәрлегенә туҡталып, Палата рәйесе республика ҡаҙнаһы, медицина страховкаһының территориаль фонды бюджеты һәм Межгорье ҡалаһы ябыҡ территориаль округы ҡаҙнаһының тупланыуына, файҙала­ныуы­на оператив һәм артабанғы контроль үткәреү өсөн әҙерләнгән һығымта­ларҙы билдәләне. Уларҙың 12 документы республика ҡаҙнаһы, медицина страхов­ка­һының территориаль фонды һәм Межгорье ҡалаһы ябыҡ территориаль округы бюджеттары буйынса закон проекттарына ҡағыла. Был бюджеттарҙың артабанғы үтәлеше буйынса ла 160 һығымта әҙерләнгән.

 

Төп иғтибар – республика ҡаҙнаһына

 

– Алдан контроль үткәреү тәртибенә ярашлы, былтыр “Башҡортостан Респуб­ли­каһының 2023 йылға һәм 2024-2025 йылдарҙағы планлы осорға бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Респуб­лика­һы законы проектына экспертиза үткәрелде, – ти Константин Шаһимора­тов. – Дөйөм алғанда, республика ҡаҙнаһының күрһәткестәре социаль-иҡтисади үҫеш фаразын иҫәпкә алып төҙөлгән, ҡаҙнаның ошо финанс йылына һәм алдағы планлы осорға төп харак­теристикаһы нигеҙле тип табылды. Бюджет дефициты, уны финанслау сығанаҡ­тары һәм дәүләт бурысының юға­ры сиге ҡануниәт талаптарына яуап бирә икән­леге раҫланды. Һығымтала күрһәтелгән айырым иҫкәрмәләр республиканың Финанс министрлығы тарафынан тулы­һынса төҙәтелде.

Мотлаҡ медицина страховкаһының төбәк фонды буйынса бюджет күләме лә Контроль-иҫәп палатаһы белгес­тәренең экспертизаһы аша үткән. Улар раҫлауынса,  фондтың ҡаҙнаһы тураһын­дағы закон проектының структураһы һәм йөкмәткеһе Бюджет кодексы, мотлаҡ медицина страховкаһы ҡануниәте талаптарына яуап бирә.

Ҡаҙна туплау һәм тотоноу эшмә­кәр­леге барышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай уның буйынса ҡануниәткә үҙгә­рештәр ҙә индерә. Былтыр Контроль-иҫәп палатаһы ошо үҙгәреш проекттарына дүрт тапҡыр экспертиза үткәргән.

 

Башҡарма власть тейешле сараларҙы күрә

 

Башҡортостандың республика ҡаҙнаһы сығымдарының 90 проценты маҡсатлы дәүләт программаларына ярашлы тотонола. Шуны иҫәпкә алып, Контроль-иҫәп палатаһы үҙ эшмәкәрлеге­нең ҙур өлөшөн ошо программаларҙы туплау һәм үтәү мәсьәләләренә арнай. Был документтар барыһы ла Палата белгестәренең экспертизаһы аша үтә.

– Республикала 34 дәүләт программа­һы раҫланған. Былтыр шуларҙың 32-һенең сығымдары финансланды, быйыл­ға ундай программалар 33 тип билдә­ләнгән. Үткән йыл дәүләт программаларын үтәүгә 263,7 миллиард һум тотонолған, – тине контроль ойошмаһы етәксеһе. Уларҙың финанс-иҡтисади экспертизаһы буйынса 85 һығымта әҙерләп бирелде.

Үткәрелгән анализ һөҙөмтәһендә Контроль-иҫәп палатаһы дәүләт программалары өсөн яуаплы булғандарҙы стратегик документтар менән тәьмин итеү буйынса тәҡдимдәр ҙә эшләгән. Ә ҡайһы бер стратегик документтар, заман үҙгәреү менән, төҙәтмәләр индереү ҙә талап итә, уларҙы әҙерләү һәм индереү тәртибе буйынса ла тәҡдимдәр бирелгән.

Республиканың башҡарма власть органдарынан килгән яуаптарға анализ күрһәтеүенсә, дәүләт программаларын башҡарыусылар был тәҡдимдәргә тейешенсә һәм үҙ ваҡытында саралар күрә. Артабан был документтар республика Хөкүмәте ҡарауына тапшырыла.

Контроль-иҫәп палатаһына муници­пали­тет­тарға тышҡы контроль буйынса ла вәкәләттәр бирелгән. Уларҙы тормош­ҡа ашырыу барышында ойошма түбән­дәге эштәрҙе башҡарған:

l Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль округы ҡала советы­ның 2023 йылға һәм 2024-2025 йылдарҙағы планлы осорона бюджеты тураһындағы ҡарар проектына экспертиза;

l Межгорье ҡалаһы ҡала советының 2022 йылға бюджет тураһындағы өс ҡарары проектына экспертиза.

 

Урындағы үҙидараны хаталарҙан ҡурсалап

 

Былтыр урындағы үҙидара орган­дарының айырым функциялар һәм вәкәләттәрҙе башҡарғандағы хаталарын асыҡлау һәм иҫкәртеү маҡсатында Контроль-иҫәп палатаһы дүрт тематик сара ойошторған һәм улар барышында түбәндәге мәсьәләләр тикшерелгән:

l айырым категория граждандарын торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт ярҙамы сараларын тормошҡа ашырғанда дәүләт ресурстарын файҙаланыуҙың законлылығы һәм нигеҙле булыуы;

l айырым категория граждандарының шәхси йорт төҙөлөшө өсөн ер майҙанын бушлай алыу хоҡуғын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеге;

l урындағы үҙидара органдарының тамамланмаған төҙөлөш объекттары күләмен һәм һанын кәметеүгә йүнәл­телгән сараларының һөҙөмтәлелеге;

l Башҡортостанда дәүләт һанлы сервис хеҙмәте үҫешенә анализ һәм был граждандарҙың хеҙмәттән файҙаланыу мөмкинлеге.

Былтыр ошо саралар һөҙөмтәһендә республиканың 63 муниципаль берәме­генә һәм ошо мәсьәләләр менән шөғөл­ләнергә тейешле башҡарма власть органдарына әлеге өлкәләрҙәге бурыс­тарҙы үтәүҙең йоғонтололоғон күтәреү буйынса тәҡдимдәр бирелгән.

 

Ҡаҙна аҡсаһы ҡайҙа китә?

 

– Үткән йылғы отчет осоронда республика ҡаҙнаһынан бирелгән бюджет-ара трансферттарҙы муниципалитет­тарҙың нисек файҙаланыуына анализ үткәрелде, – тине Константин Шаһимо­ратов депутаттар алдындағы сығы­шында. – Был контроль эше Асҡын, Ауырғазы, Краснокама, Мәләүез, Архангел, Ҡалтасы райондарында башҡа­рылды.

Тикшереү һөҙөмтәһендә муниципаль берәмектәр реестрында иҫәпкә алын­маған мөлкәттең байтаҡ булыуы асыҡланған. Мәҫәлән, Асҡын районында ихаталарҙы төҙөкләндереү өсөн алынған материалдар дөйөм сумма менән генә күрһәтелгән, уларҙың исемлеге һәм ундағы һәр элементтың хаҡы билдәһеҙ ҡалған. Ҡалтасы районында ике мәктәпте реконструкциялағандан һәм 110 урынлыҡ бер балалар баҡсаһын ремонтлағандан һуң уларҙың баланс хаҡы билдәлән­мәгән. Районда шулай уҡ 31 ер майҙансығы әле булһа иҫәпкә алын­маған. Архангел районында 2020 һәм 2022 йылдарҙа етем балалар өсөн алынған 30 миллион һумлыҡ фатирҙар, транспорт саралары һәм техника (автомобиль, автобус, экскаватор, трактор һәм башҡалар) иҫәптә юҡ, шулай уҡ 61 миллион һумлыҡ мөлкәттең күсерелеүе теркәлмәгән. Мәләүез районында муниципаль унитар предприятиеларҙың мөлкәте иҫәптә түгел.

Ҡаҙна аҡсаһы район һәм ҡалаларҙа маҡсатҡа ярашлы тотонолорға тейеш. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, Асҡын районында, мәҫәлән, 1,1 миллион һумлыҡ субсидия “Башҡортостан Респуб­ликаһының Асҡын районында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһын үҫтереү өсөн бүленгән булған, әммә уны икенсе муниципаль программаға йүнәлткәндәр.

Контроль-иҫәп палатаһы бындай тикшереүҙәрҙе даими үткәрә.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН 

Читайте нас