

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай күптән түгелге ултырыштарының береһендә “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Закондың 15-се һәм 22-се статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проектын ҡараны. Ниндәй үҙгәрештәр тураһында һүҙ бара һәм ерҙән файҙаланыусыларға был нимә бирәсәк?
– Закон проекты ерҙән файҙаланыусыларға ауыл хужалығы продукцияһы етештереү өсөн бүленгән майҙандың иң аҙ күләмен ҡайтанан ҡарап сығыу маҡсатын ҡуя, – тине парламент етәксеһе Константин Толкачев. – Был маҡсатҡа республика һәм муниципаль милектә иҫәптә торған һәм дәүләт милке сикләнмәгән ер майҙандары ҡарай. Фермер хужалыҡтары ихтыяжы өсөн бүленгән ер биләмәләренең иң аҙ күләмен район буйынса уртаса өлөштән ике гектарға саҡлы кәметергә тәҡдим ителә. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙән аграр продукция етештереү өсөн бүленгән майҙанды шулай уҡ бөгөнгө 50 гектарҙан ике гектарға саҡлы кәметеү ҡарала.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе билдәләүенсә, ошо законды ҡабул итеү әле файҙаланылмаған ерҙе ауыл хужалығы әйләнешенә индереүҙе әүҙемләштерәсәк, аграр тармаҡта эшҡыуарлыҡ башланғысын арттырыуға дәртләндергес көс буласаҡ.
– Ғәмәлдәге ҡануниәт ерҙе файҙаланыусыларға бәләкәй майҙандар бүлеп бирергә рөхсәт итмәй, ә бәләкәй эшҡыуарлыҡ йыш ҡына ҙур биләмәләрҙе алырға әҙер түгел, был уларға иҡтисади яҡтан отошһоҙ, – ти Константин Толкачев. – Әгәр ҙә эшҡыуар, әйтәйек, ер еләге үҫтереп һатырға йыйына икән, уға шунда уҡ 50 гектар алыу мохтажлығы юҡ. Закон проектын ҡабул итеү ауыл хужалығында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ыңғай тәьҫир яһаясаҡ һәм республика халҡы мәнфәғәтендә сәләмәт көнәркәшлекте тәьмин итәсәк.
Башҡортостандың ер мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса ҡануниәте камиллашыуын дауам итә. Быйыл яҙ, мәҫәлән, “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Закон үҙ көсөнә инде.
Эксперттар аңлатыуынса, ошо ҡанун файҙаланылмаған йәки ҡануниәтте боҙоп ҡулланылған ер биләмәләрен тартып алыу механизмын нығыта. Бындай тартып алыу өсөн нигеҙ: контроль саралары һөҙөмтәһендә ерҙе өс йыл дауамында файҙаланмауҙың йәки был эшмәкәрлекте законды боҙоп башҡарыуҙың асыҡланыуы. Ҡарар фәҡәт суд тарафынан ҡабул ителәсәк.
Документҡа ярашлы, федераль дәүләт ер контроленә ярашлы асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөү кәрәклеге тураһындағы иҫкәрмәне алғандан һуң милексе ошо майҙанды залогка һала алмай, уны файҙаланыуҙы туҡтатыу йәки һатыу буйынса килешеүҙәр ҙә төҙөй алмай.
– Шундай осраҡтар ҙа аҙ түгел – уңдырышлы ҙур ғына ер майҙандары оҙаҡ йылдар буш ята һәм сүп баҫа, ә ҡануниәт ерҙе тартып алыу буйынса суд процесын башларға рөхсәт итмәй, – ти Константин Толкачев. – Был процедура ҡатмарлы: хоҡуҡ боҙоу осрағы өс йыл дауамында теркәлергә тейеш. Ул арала ерҙең хужаһы ла алмашынырға мөмкин, тимәк, процесс ҡайтанан башлана. Яңы Закон ерҙән файҙаланмауҙы уны ҡуртымға алып өс йыл үткәс тә теркәргә мөмкинлек бирә, шунан һуң суд процесын башларға рөхсәт ителә.
Ер мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәр торлаҡ йорт урынлашҡан ерҙе ошо өй хужаһына милеккә бушлай биреүгә лә ҡағыла. Уларға ярашлы, әгәр ҙә йорт 1998 йылдың 14 майына тиклем төҙөлгән һәм ер дәүләт йәки муниципаль милектә икән, унда даими йәшәгән граждан ер майҙанын үҙ милке итеп яҙҙырырға хоҡуҡлы. Был хоҡуҡтан 2031 йылдың 1 мартына тиклем файҙаланып ҡалырға мөмкин. Законда ошо хоҡуҡты тормошҡа ашырыу өсөн талап ителгән документтар исемлеге лә күрһәтелгән.
Ошо эште башҡарып сығыу өсөн, федераль ҡануниәткә ярашлы, тейешле ғаризаға был йортта 1998 йылдың 14 майына саҡлы теркәлеү тураһындағы документты ҡушып биреү мотлаҡ. Унда нотариустың ҡултамғаһы ла булырға тейеш.
Республика ҡануниәте билдәләүенсә, әгәр ҙә граждан был торлаҡ йортҡа хоҡуғын раҫлаған документтар бирә алмаһа, ул түбәндәгеләрҙе күрһәтә ала:
l ошо йортта 1998 йылдың 14 майына тиклем йәшәгәнен йәки өйҙөң ошо датаға саҡлы һалынғанын раҫлаған суд ҡарары;
l торлаҡ йорт төҙөүгә шул замандағы ҡануниәткә ярашлы булған рөхсәт бирелеүе тураһындағы документ.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН