Иҡтисад
28 Июнь 2023, 16:01

Бергә эш итер өлкәләр күп

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иркутск өлкәһе губернаторы Игорь Кобзев менән аралашты.

Бергә эш итер өлкәләр күпБергә эш итер өлкәләр күп
Бергә эш итер өлкәләр күп

28 июндә Өфөлә X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иркутск өлкәһе губернаторы Игорь Кобзев менән аралашты.

Осрашыуҙа иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә, шул иҫәптән химия сәнәғәтендә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.

Мәҫәлән, “Рус водороды” вертикаль интеграцияланған химия комплексы, уға “Башҡортостан сода компанияһы” һәм “СНХЗ” төркөмө предприятиелары инә, яңыраҡ Иркутск өлкәһе Хөкүмәте менән Усолье-Сибирск ҡалаһында “Усольехимпром” предприятиелары майҙансығында Федераль химия үҙәген ойоштороу мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Ҙур химия холдингы проекттың төп инвесторы буласаҡ.

- Беҙ Иркутск өлкәһе менән әүҙемерәк эшләргә теләйбеҙ, ошо төбәккә сәфәр мөмкинлектәрен тикшерәбеҙ. Бергә үҙ-ара килешеп эш итеү өсөн яҡшы урындар табырбыҙ тип ышанам, – тине Радий Хәбиров. – “Рус водороды”на һәм “Башҡортостан сода компанияһы”на килгәндә, яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса амбициялы пландарҙы хуплайбыҙ һәм ошо йәһәттән тейешле ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ.

Игорь Кобзев Башҡортостан етәкселегенә төбәк-ара кооперация бәйләнештәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумын әҙерләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Форум юғары ойоштороу кимәлен күрһәтте. Башҡортостандан өйрәнерлек нәмәләребеҙ бар. Бик яҡшы эш майҙансығы, бик матур ҡала, – тине Игорь Кобзев. – “Рус водороды” һәм уға ингән Иркутск өлкәһендәге предприятиелар ҡатнашлығындағы проект – ябай түгел. Ул аҙ һәм урта тоннажлы химияла компетенциялары булған предприятиеларҙы индустриялаштырыу күҙлегенән бик мөһим.

Игорь Кобзев ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү йүнәлештәрен тикшереү өсөн Башҡортостан делегацияһын Иркутск өлкәһенә саҡырҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас