Иҡтисад
30 Июнь 2023, 07:45

Ҡырмыҫҡалы икмәгенең сере ниҙә?

Яҡташтарының хөрмәт-абруйын яуланылар.

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Республика ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы 130-ға яҡын кооператив ойошманы берләштерә һәм 13 меңдән ашыу пайсының мәнфәғәттәрен яҡлай. Улар башлыса күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү, йәмәғәт туҡланыуы, әҙерләү, етештереү, белем биреү эшмәкәрлеге алып бара. Быйылғы дүрт ай һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Баҡалы, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы райондары ҡулланыусылар йәмғиәттәрендә хужалыҡ эшмәкәрлеге буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелгән.

 

Уңыш нигеҙе – тырышлыҡ

 

Рәүис Әбүзәр улы Хажиевтың Ҡырмыҫҡалы районы ҡулланыу­сы­лар йәмғиәтенә етәкселек итеүе­нә – егерме йылдан ашыу. Ошо ва­ҡыт эсендә ойошма бихисап ыңғай үҙгәрештәр кисерҙе. Бөгөн ул төп күрһәткестәр буйынса республикала алдынғы урындарҙың береһен биләй. Һуңғы йылдарҙағы коронавирус инфекцияһы, шуға бәйле сикләүҙәр, төрлө санкциялар кеүек ҡаршылыҡтарҙы ла лайыҡлы еңеп сыға алғандар. Улай ғына түгел, Ҡыр­мыҫҡалы районы коопе­ратор­ҙары пандемия осоронда ауыр тормош хәленә ҡалған ғаилә­ләргә йә­шәү өсөн тәү сиратта кә­рәкле та­уар­ҙар менән тәьмин итеү йәһәте­нән ярҙам итте. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнаш­ҡан яҡташ яугирҙәргә гуманитар ярҙам туплауҙа ла әүҙем ҡатна­шалар, төрлө спорт һәм башҡа са­раларҙа бағыусы булараҡ сығыш яһайҙар.

Һәр ойошма-предприятиеның уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшеүендә, әлбиттә, етәксенең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Үҙ эшенә яуаплы ҡарау, принципиаллек һәм юғары һөнәри оҫталыҡ кеүек сифаттар Рәүис Әбүзәр улына хеҙмәттәштәренең генә түгел, яҡташтарының да хөрмәтен һәм абруйын яуларға булышлыҡ иткән. Күптән түгел районда үткәрелгән һабантуйҙа уға “Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исемдең бирелеүе лә – ошоға дәлил.

Рәүис Хажиев хеҙмәт эшмәкәр­леген Сихонкин урта мәктәбендә фи­зика уҡытыусыһы булып баш­лаған. 1992 йылға тиклем мәғариф өлкәһендә эшләгән, Ҡырмыҫҡалы районы мәктәптәренә етәкселек иткән. Артабан һигеҙ йыл Ҡырмыҫ­ҡалы районы хакимиәтендә яуаплы вазифа биләгән. 2000 йылда Рәүис Хажиев урындағы ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе итеп һайланған. Оҫта ойоштороусы булараҡ, ул табышлы тармаҡтарҙы алдан һиҙем­ләй, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә алырлыҡ белгестәрҙе күрә һәм үҫтерә, ихтыяжды иҫәпкә ала, өр-яңы баҙарҙарға сығыу юлдарын асыҡлай. Бына ошоларҙың барыһы уңыштарға илтә лә инде. Сығышы менән Туймазы районының Татар-Олҡан ауылынан булған Рәүис Хажиевтың фиҙакәр хеҙмәте “Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһы үҫешенә индергән өлөш өсөн” ордены, “Рәсәй Федерацияһының почетлы төҙөүсеһе” билдәһе,  Салауат Юлаев ордены менән билдә­ләнгән. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрия­һы хеҙмәткәре.

 

Сауҙа – йәмғиәт көҙгөһө

 

Ҡырмыҫҡалы районында сауҙа менән һигеҙ ойошма –“Ҡырмыҫ­ҡалы” һәм “Ҡырмыҫҡалы икмәк ком­бинаты” ҡулланыусылар йәм­ғиәттәре, “Йәйғор”, “Ефремкинское”, “Дуҫлыҡ”, “Сулпан” ҡулланыусылар кооперативтары, “Ҡырмыҫҡалы-Һәүәләй”, “Ефремкино” кооперативтары шөғөлләнә. Районда сауҙа – 39, шул иҫәптән 28 үҙ-үҙең­де хеҙмәтләндереү магазинында атҡарыла. Бынан тыш, ауыл хужалығы ҡулланыусылар етеш­тереү кооперативтарының “Байрам” селтәрендә дүрт нөктәһе бар.

Дөйөм тауар әйләнешенең 13 – 15 процентын үҙебеҙҙә етеш­те­релгән аҙыҡ-түлек тәшкил итә. Былтыр Ҡырмыҫҡалы ауылындағы 4-се магазинда “Ефремкинское” етештереү кооперативы (етәксеһе – О.Г. Васильев) “Метро” селтәре менән берлектә “Фасоль” магазинын асты. Тауар әйләнеше сентя­брҙә 1 миллион 200 мең һум­дан октябрҙә 1 миллион 600 мең һумға етә. Дөйөм алғанда, районда 25 ҙур селтәрле магазин булһа ла, тауар әйләнешен арттырыу мөмкинлеге бар.

Йәмәғәт туҡланыуына килгәндә, 2018 йылдағы 34 миллион 305 мең һумдан 2022 йылда 50 миллион һумға тиклем үҫеш күҙәтелгән һәм ул 45,8 процент тәшкил иткән. Әйткәндәй, Ҡырмыҫҡалы районын­дағы йәмәғәт туҡланыу базаһы – “Башпотребсоюз” системаһында иң яҡшыһы. “Уют” һәм “Урал” тип исемләнгән ике кафе, кондитер цехы, юл буйындағы “Ағиҙел” кафеһы, кулинария магазины бар бында. Әйләнештең артыуына үҙ хужалыҡтары булғандар, район ҡулланыусылар йәмғиәте хеҙмәт­кәр­ҙәре менән берлектә “Ҡырмыҫ­ҡалы”, “Һәүәләй”, “Ефремкин” кооперативы булышлыҡ иткән. Ә был ойошмалар етештереү объекттары нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Гөлнара Ғәлиева етәкселек иткән “Ҡырмыҫҡалы-Һәүәләй” ауыл хужалығы ҡулланыусылар етеш­тереү кооперативы ла яҡшы эшләй. Улар тарафынан көн һайын ун төрҙән ашыу 300 килограмға яҡын ярымфабрикат әҙерләнә һәм ҡулланыусыға тәҡдим ителә.

 

Өлгәшелгәндәрҙә генә туҡтап ҡалмайҙар

 

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы икмәк ком­би­наты – баҙарҙағы иң алдынғы пред­приятиеларҙың береһе, “Баш­пот­реб­союз”дың ҙур предпри­ятиеһы.

– Тәмле һәм сифатлы продук­цияның 100-ҙән ашыу төрөн әҙер­ләйбеҙ: ғәҙәти икмәк һәм батондар, төрлө файҙалы өҫтәлмәләр булған икмәк-булка, кондитер һәм шөкәрә изделиелары, – тип һөйләне предприятие етәксеһе, Башҡортос­тандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Әлфирә Богданова.

Әлфирә Иҙрис ҡыҙы был предприятиела 40 йылға яҡын эшләй. Шуның 20 йылдан ашыуы – әлеге вазифала. Үҙенә һәм башҡаларға талапсан, уңған һәм булдыҡлы ул. Дөйөм тырышлыҡ һалынып, барлыҡ технологиялар еренә еткереп әҙерләнгән “Ҡырмыҫҡалы” маркалы аҙыҡ-түлекте хәҙер Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларында, Архангел, Шишмә, Ғафури һәм, әлбиттә, Ҡырмыҫҡалы районындағы сауҙа нөктәләрендә бик теләп һатып алалар. Биш йыл эсендә икмәк ташылған магазиндар һаны 1,5 тапҡырға күбәйгән һәм уларҙың һаны 1100-гә еткән.

– Икмәк һәм кондитер изделиеларын әҙерләүҙе арттырыу буйынса барыһын да эшләргә тыры­шабыҙ. 2020 йылда сәләмәтлек өсөн файҙалы “Нәнәй” һәм “Татай” туңдырылған икмәген етештерә башланыҡ. “Дөрөҫ туҡландырабыҙ” компанияһы был сорттарҙы Өфө, Ҡазан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар, Екатеринбург һәм Төмән ҡалаларына оҙата, – ти Әлфирә Иҙрис ҡыҙы. – Технологтар уйлап сығарған “Һөнәрсе” тип атал­ған икмәкте бешергәндә өләсәйҙә­ребеҙҙән ҡалған боронғо рецепт файҙаланыла. Был төр һатып алыу­сылар өҫтәлендә яңы ғына бар­лыҡ­ҡа килде. Ул да “Ҡыр­мыҫҡалы” бренды һәм “Сүпрә­һеҙ” икмәктәре кеүек үк популяр булыр, тип уйлайым.

Мейестә ҡомалаҡтан элекке йолаларҙы һаҡлап бешергән икмәк һәр кемдең күңеленә хуш килә. Уның икенсе сортлыһын, “ауылса”, сәләмәтлек өсөн файҙалы арыштан булғанын да халыҡ яратып ҡабул иткән. 2013 йылда итальян ҡора­малы менән йыһазландырылған кондитер цехы асылыуы ҡулланыу­сы­лар йәмғиәтенә ҡеүәт өҫтәп ебәргән. Кешеләр төрлө төрҙәге перәник, печенье кеүек тәм-томдо яратып һатып ала.

Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты төбәк һәм Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының 100 иң яҡшы тауары лауреаты булғандар, “Рәсәйҙең иң яҡшы икмәге” кубогы менән наградланғандар.

 

Үҙ һөнәренең оҫталары йыйылған

 

Иң күп һалым түләүсе һәм эш биреүсе булараҡ, район ҡулла­ныусылар йәмғиәте төбәккә ҙур ярҙам күрһәтә, уртаса эш хаҡы ла ярайһы уҡ яҡшы. Әҙерләүҙәр эшмә­кәрлеге лә киң йәйел­де­релгән: халыҡтан һәм фермер­ҙарҙан йөн, тире, дарыу үләндәре, ит, һөт, йо­мортҡа йыйыу яҡшы ойошторолған.

Ойоштороу-кооператив эшендә барлығы 200 кеше хеҙмәт итә. Улар­ҙың 28-е – юғары, 56-һы урта һөнәри белемле. Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ: хеҙмәткәрҙәрҙең 15 проценты – 30 йәшкә тиклем­геләр. Барлыҡ эш урындары ла белгестәр менән тәьмин ителгән. Эшсе һөнәрҙәре буйынса кадрҙар дөйөм күрһәткестең 85 процентын тәшкил итә. Системала, нигеҙҙә, ҙур тәжрибәгә эйә хеҙмәткәрҙәр эшләй.

...Бер уңыш та еңел яуланмай, әлбиттә. Бының өсөн бихисап ты­рышлыҡ һалына, өҫтәүенә, бөгөнгө һатып алыусының талаптары һәм ихтыяжы иҫәпкә алына, заман ба­ҙарында үҙ урыныңды алдан тойом­лап билдәләү һәм ябай ҡул­ланыусы белем бөтмәгән әллә күп­ме ғәмәлдәр атҡарыла. Ҡыр­мыҫ­ҡалы районы ҡулланыусылар йәм­ғиәте етәксеһе Рәүис Әбүзәр улы Хажиев ойошма эшен тап ошо рә­үеш­ле ойоштороуға өлгәшкән. Ә был һөҙөмтәләрҙе барыбыҙ ҙа кү­рәбеҙ һәм көн һайын тап Ҡыр­мыҫ­ҡалы икмәген һатып алырға тырышабыҙ.

- Айһылыу НИЗАМОВА
Ҡырмыҫҡалы районы

Читайте нас