Иҡтисад
1 Июль 2023, 04:00

Ҡырмыҫҡалы икмәгенең сере ниҙә?

1 июль – Халыҡ-ара кооперация көнө. Ошо матур байрам айҡанлы Ҡырмыҫҡалы районы ҡулланыусылар йәмғиәте эшмәкәрлеге менән таныштырабыҙ.

Ҡырмыҫҡалы икмәгенең сере ниҙә?Ҡырмыҫҡалы икмәгенең сере ниҙә?
Ҡырмыҫҡалы икмәгенең сере ниҙә?

Башҡортостан республика ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы 130-ға яҡын кооператив ойошманы берләштерә һәм 13 меңдән ашыу пайсы мәнфәғәттәрен яҡлай. Күбеһенсә улар күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү, йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә эшләй, әҙерләү, етештереү, белем биреү эшмәкәрлеге алып бара. Быйылғы дүрт ай һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Баҡалы, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы райондары ҡулланыусылары йәмғиәттәрендә хужалыҡ эшмәкәрлеге буйынса күрһәткестәргә өлгәшелгән.
Рәүис Әбүзәр улы Хажиевтың Ҡырмыҫҡалы районы ҡулланыусылар йәмғиәтенә етәкселек итеүенә егерме йылдан ашыу. Был ваҡыт эсендә ойошма ҙур ыңғай үҙгәрештәр кисерҙе, төп күрһәткестәр буйынса республикалағы алдынғы урындарҙың береһен биләй. Һуңғы йылдарҙағы коронавирус инфекцияһы, уның менән бәйле үҙеңде-үҙең изоляциялау режимы, төрлө санкциялар кеүек ҡаршлыҡтарҙы еңеп сыға алды ойошма. Был ғына түгел, Ҡырмыҫҡалы районы кооператорҙары пандемия осоронда ауыр тормош хәленә ҡалған ғаиләләргә йәшәү өсөн кәрәкле тәү сиратта кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеү йәһәтенән ярҙам итте. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ яугирҙәренә лә гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнашалар, төрлө спорт һәм башҡа сараларҙа бағымсы булалар.
Һәр ойошма-предприятиеның уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшеүендә, әлбиттә, етәксенең өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Үҙ эшенә яуаплы ҡарау, принципиаллек һәм юғары оҫталыҡ кеүек сифаттар Рәүис Әбүзәр улына хеҙмәттәштәренең генә түгел, яҡташтарының да хөрмәтен һәм абруйын яуларға булышлыҡ иткән. Күптән түгел районда үткәрелгән һабантуйҙа уға “Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исемдең бирелеүе – быға асыҡ дәлил. Рәүис Хажиев хеҙмәт эшмәкәрлеген Сихонкин урта мәктәбендә физика уҡытыусыһы булып башлаған. 1992 йылға тиклем мәғариф өлкәһендә эшләгән: Ҡырмыҫҡалы районы мәктәптәренә етәкселек иткән. Тағы һигеҙ йыл Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтендә эшләгән. 2000 йылда Рәүис Хажиев урындағы ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе итеп һайланылған. Оҫта ойоштороусы булараҡ, ул табышлы тармаҡтарҙы алдан һиҙемләй, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшер белгестәрҙе күрә һәм үҫтерә, ихтыяжды иҫәпкә ала, күҙаллай, өр-яңы баҙарҙарға сығыу юлдарын асыҡлай. Бына ошоларҙың барыһы уңыштарға илтә лә. Сығышы менән Туймазы районының Татар-Олҡан ауылынан булған Рәүис Хажиевтың фиҙакәр хеҙмәте “Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһы үҫешенә индергән өлөш өсөн” ордены, “Рәсәй Федерацияһы почетлы төҙөүсеһе” билдәһе һәм “Салауат Юлаев” ордены менән билдәләнгән. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре.

Сауҙа – йәмғиәт көҙгөһө
Ҡырмыҫҡалы районында сауҙа менән һигеҙ ойошма –“Ҡырмыҫҡалы” һәм “Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты” ҡулланыусылар йәмғиәттәре, “Йәйғор”, “Ефремкино”, “Дуҫлыҡ”, “Сулпан” ҡулланыусылар кооперативтары, “Ҡырмыҫҡалы, Һәүәләй”, “Ефремкин” ауыл хужалығы ҡулланыусылар етештереү кооперативтары шөғөлләнә. Районда сауҙа тағы 39, шул иҫәптән 28 үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү магазинында атҡарыла. Бынан тыш, ауыл хужалығы ҡулланыусылар етештереү кооперативтарының “Байрам” селтәрендә дүрт нөктәһе бар.
Дөйөм тауар әйләнешенең 13 – 15 процентын үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлектәр тәшкил итә. Былтыр Ҡырмыҫҡалы ауылындағы 4-се магазинда “Ефремкин” етештереү кооперативы (етәксеһе – О.Г. Васильев) “Метро” селтәре менән берлектә “Фасоль” магазины асылды. Магазин әйләнеше былтыр сентябрҙәге 1 миллион 200 мең һумдан октябрҙә 1 миллион 600 мең һумға тиклем арта. Дөйөм алғанда, районда 25 ҙур селтәрле магазин булһа ла, тауар әйләнешен арттырыу мөмкинлеге бар.
Йәмәғәт туҡланыуына килгәндә, 2018 йылдағы 34 миллион 305 мең һумдан 2022 йылда 50 миллион һумға тиклем үҫеш күҙәтелгән һәм ул 45,8 процент тәшкил иткән. Әйткәндәй, Ҡырмыҫҡалы районындағы йәмәғәт туҡланыу базаһы – “Башпотребсоюз” системаһындағы иң яҡшыһы. “Уют” һәм “Урал” тип исемләнгән ике кафе, кондитер цехы, юл буйындағы “Ағиҙел” кафеһы, кулинария магазины бар бында. Әйләнештең артыуына үҙ хужалыҡтары булғандар, район ҡулланыусылар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә өс “Ҡырмыҫҡалы”, “Һәүәләй”, “Ефремкин” кооперативы булышлыҡ иткән. Ә был ойошмалар етештереү объекттары нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Гөлнара Ғәлиева етәкселек иткән “Ҡырмыҫҡалы-Һәүәләй” ауыл хужалығы ҡулланыусылар етештереү кооперативы ла яҡшы эшләй. Улар тарафынан көн һайын ун төрҙән ашыу 300 килограмға яҡын ярымфабрикат әҙерләнә һәм ҡулланыусыға еткерелә.

Өлгәшелгәндәрҙә генә туҡтап ҡалмайҙар
Хәҙер Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты – баҙарҙағы иң алдынғы предприятиеларҙың береһе, “Башпотребсоюз”дың ҙур предприятиеһы.
– Бөгөн тәмле һәм сифатлы продукцияның 100-ҙән ашыу төрөн әҙерләйбеҙ: ғәҙәти имәк һәм батондар, төрлө файҙалы өҫтәлмәләр ҡушылған икмәк-булка, кондитер һәм сохари изделиелары, – тип белдерҙе предприятие етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Әлфирә Богданова.
Әлфирә Иҙрис ҡыҙы был предприятиела 40 йылға яҡын эшләй. Уның 20 йылдан ашыуы – әлеге вазифала. Үҙенә һәм башҡаларға талапсан, уңған, тырыш, бөтмөр һәм булдыҡлы ул. Дөйөм тырышлыҡ һалынып, барлыҡ технологиялар еренә еткереп әҙерләнгән “Ҡырмыҫҡалы” маркалы аҙыҡ-түлекте хәҙер Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларында, Архангел, Шишмә, Ғафури һәм, әлбиттә, Ҡырмыҫҡалы районындағы сауҙа нөктәләрендә бик теләп һатып алалар. Биш йыл эсендә икмәк ташылған магазиндар һаны 1,5 тапҡырға күбәйгән һәм уларҙың һаны 1 мең 100-гә еткән.
– Икмәк һәм кондитер изделиеларын әҙерләүҙе арттырыу буйынса барыһын да эшләргә тырышабыҙ. 2020 йылда сәләмәтлек өсөн файҙалы “Нәнәй” һәм “Татай” туңдырылған икмәген етештерә башланыҡ. “Дөрөҫ туҡландырабыҙ” компанияһы был сорттарҙы Өфө, Ҡазан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар, Екатеринбург һәм Төмән ҡалаларына оҙата, – ти Әлфирә Иҙрис ҡыҙы. – Технологтар уйлап сығарған “Һөнәрсе” тип аталған икмәкте бешергәндә өләсәйҙәребеҙҙән ҡалған боронғо рецепт файҙаланыла. Был төр һатып алыусылар өҫтәлендә яңы барлыҡҡа килде генә. Ул да, “Ҡырмыҫҡалы” бренды һәм “Сүпрәһеҙ” икмәктәре кеүек үк, популяр булыр, тип уйлайым.
Мейестә ҡомалаҡтан элекке йолаларҙы һаҡлап бешерелгән икмәк һәр кемдең күңеленә хуш килә. Уның икенсе сортлыһын, “ауылса”, сәләмәтлек өсөн файҙалы арыштан булғанын да халыҡ яратып ҡабул иткән. 2013 йылда итальян ҡорамалы менән йыһазландырылған кондитер цехы асылыуы ҡулланыусылар йәмғиәтенә ҡеүәт өҫтәп ебәргән. Кешеләр төрлө төрҙәге перәник, печенье кеүек тәм-томдо яратып һатып ала.
Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты төбәк һәм Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнаша. “Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының 100 иң яҡшы тауары” лауреаты булды, “Рәсәйҙең иң яҡшы икмәге” кубогы менән наградланды.

Үҙ һөнәренең оҫталары йыйылған
Иң күп һалым түләүсе һәм эш биреүсе булараҡ, район ҡулланыусылар йәмғиәте төбәккә ҙур ярҙам күрһәтә, уртаса эш хаҡы ла ярайһы. Әҙерләүҙәр эшмәкәрлеге лә киң йәйелдерелгән: халыҡтан һәм фермерҙарҙан йөн, тире, дарыу үләне, ит, һөт, йомортҡа йыйыу яҡшы ойошторолған. Был эшмәкәрлекте атҡарыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Ярашлы матди-техник база – келәттәрҙә прессовкалау станоктары, бушатҡыстар ҡуйылған. Ойошманың барлығы ике икмәк комбинаты, ике кондитер цехы, ике кафе һәм кафетерий, ике әҙерләү контораһы бинаһы, автогараж, келәт һәм 64 магазины бар.
Ойоштороу-кооператив эшендә барлығы 200 кеше хеҙмәт итә. Уларҙың 28-е – юғары, 56-һы урта һөнәри белемле. Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ: хеҙмәткәрҙәрҙең 15 проценты – 30 йәшкә тиклемгеләр. Тағы белемде камиллаштырыу өсөн йыл һайын Башҡортостан кооператив институты етәкселәр квалификацияһын күтәреү курстарын ойоштора. Барлыҡ хеҙмәт урындары ла белгестәр һәм хеҙмәттәре менән тәьмин ителгән. Эшсе һөнәрҙәре кадрҙары дөйөм һандың 85 процентын тәшкил итә. Системала, нигеҙҙә, ҙур тәжрибәгә эйә кадрҙар эшләй.
...Бер уңыш та еңел яуланмай, әлбиттә. Бының өсөн бихисап тырышлыҡ һалына, өҫтәүенә, бөгөнгө һатып алыусының талаптары һәм ихтыяжы иҫәпкә алына, заман баҙарындағы үҙ урыныңды алдан тойомлап билдәләү һәм ябай ҡулланыусы белем бөтмәгән әллә күпме ғәмәлдәр атҡарыла. Ҡырмыҫҡалы районы ҡулланыусылар йәмғиәте етәксеһе Рәүис Әбүзәр улы Хажиев ойошма эшен тап ошо рәүешле ойоштороуға өлгәшкән. Ә был һөҙөмтәләрҙе барыбыҙ ҙа күрәбеҙ һәм көн һайын тап Ҡырмыҫҡалы икмәген һатып алырға тырышабыҙ.


ҺҮРӘТТӘРҘӘ: Сәйҙә Ҡасимова, “Ҡырмыҫҡалы икмәге” предприятиеһы етәксеһе Әлфирә Богданова, Татьяна Конова һәм Таһира Иванова (һулдан уңға); оператор Илшат Әминев яңы икмәкте мейестән ала; кондитер Лилиә Тынчерова; һатыусы-консультант Тамара Рәхмәтуллина гастрономда; “Уют” кафеһы шеф-ашнаҡсыһы Ольга Әхмәтйәнова.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Ҡырмыҫҡалы икмәгенең сере ниҙә?
Ҡырмыҫҡалы икмәгенең сере ниҙә?
Ҡырмыҫҡалы икмәгенең сере ниҙә?
Ҡырмыҫҡалы икмәгенең сере ниҙә?
Ҡырмыҫҡалы икмәгенең сере ниҙә?
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас