

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Ведомости" баҫмаһына биргән интервьюһында Башҡортостанға инвестициялар, дөйөм иҡтисад торошо тураһында ла һөйләне.
– Ә сит ил инвестициялары менән нисек? Ғөмүмән, улар әле бармы?
– Беҙҙә ҡағыҙҙа бер нисә ҙур проект бар ине, мәҫәлән, Төркиәнең Sanica Pipe предприятиеһы. Унда йылытыу системаларын етештереү буйынса предприятиеға инвестициялар 6 миллиард һум самаһы булырға тейеш ине. Әммә билдәле ваҡиғанан һуң проект әлегә ябылды. Уларҙың ере бар, предприятие булдырып өлгөргәйнеләр, улар эштәрен дауам итергә теләй. Артабан нисек булырын ҡарарбыҙ.
Әле иң ҙурҙары – беҙҙең эске инвестициялар. Өҫтәүенә ауыл хужалығына инвестициялар бик ҙур. Был Штефан Дюррҙың “ЭкоНива” компанияһы менән бәйле инвестициялар. Әйткәндәй, был немецтың Рәсәйҙә, минеңсә, илебеҙҙең 15 төбәгендә компания төҙөүенә бер миҫал булып тора. Улар илебеҙҙә эшләүен, инвестициялар һалыуын дауам итә. Рәсәй магазиндарында бөтә ерҙә лә “Эко Нива” продукцияһы бар. Бынан тыш, “Урал ит компанияһы” линияһы буйынса ҙур инвестиция проекттары бар, ул яҡынса 15 миллиард һум. Йәғни иң ҙур инвестиция проекттары -– улар ауыл хужалығында.
Бынан тыш, төбәккә “Фарус” компанияһы килде, ул юғары май спирттары етештерә. Башҡортостанда уларҙы 1990-сы йылдарға тиклем сығарҙылар, һуңынан производство ябылды. Ә юғары май спирттары булмаһа, иҡтисадтың күп кенә тармаҡтары эшләмәй, Рәсәй уларҙы импортлай ине. Бынан тыш, яғыулыҡ өсөн присадкалар етештереүсе “М синтез” компанияһы – уларҙың инвестициялары 20 миллиард һум самаһы. “КАМАЗ” менән үҙ-ара тығыҙ эш итеүгә лә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, Туймазы автобетоновоздар заводы базаһында индустриаль парк төҙөйбөҙ, унда инвестициялар күләме 6 миллиард һум самаһы. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса тәүге тапҡыр инвестициялар буйынса планканы 500 миллиард һумдан арттырҙыҡ. Улар 512 миллиард һум тәшкил итте. Бөтәһе лә берәмләп йыйылһа ла, эште еренә еткерергә кәрәк.
– Һеҙ Башҡортостанда инвестиция ҡануниәтен ябайлаштырасаҡтар тип вәғәҙәләнегеҙ. Ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
– Әле республикала инвестиция проекттарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән бер нисә сара бар – өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыусылар өсөн һалым ташламалары ла, ерҙе сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алыу мөмкинлеге лә, ергә льготалы ҡуртым ставкалары ла, төрлө субсидиялар ҙа. Әлеге шарттарҙа эшҡыуарҙарҙың әүҙемлегенә булышлыҡ итеү бик мөһим, ә бының өсөн бизнесҡа уникаль шарттар булдырыу зарур. Беҙҙә 1 июлдән инвестицияларҙы яҡлау һәм ярҙам итеү программаһы эшләй башланы. Ул биш йүнәлеш буйынса барасаҡ, улар араһында ярҙам сараларын алыу өсөн төрлө ҡаршылыҡтарҙы юҡҡа сығарыу, льготаларҙы киңәйтеү, регламент процедураларын кәметеү кеүек инвесторҙар өсөн баланслы ташламалар һәм башҡа саралар.
– Нефть баҙарының хаҡтар конъюнктураһы төбәк бюджетына тәьҫир итәме?
– Үҙ өҫтөбөҙҙә бигүк һиҙмәйбеҙ. Быйыл “Башнефть” компанияһынан һәйбәт дивидендтар аласаҡбыҙ. Шуға күрә бының барыһы ла беҙгә ҡағылмай. Был беҙгә ОПЕК + сиктәрендә табышҡа һәм эшкәртеүгә сикләүҙәр булған саҡта тойолдо. Был 2020 йылда булды. Әле үҙебеҙҙе уңайлы тоябыҙ.
– Һуңғы йылдарҙа “Башҡортостан сода компанияһы” менән булған хәлде нисек баһалайһығыҙ? Тәнҡит арҡаһында компанияға эзбизташы сығанағы сифатында үҙенсәлекле тәбиғәт объекты Ҡуштауҙы файҙаланыуҙан баш тартырға тура килде.
– Беҙ уларҙың эшен ыңғай яҡтан ғына баһалайбыҙ. Беҙҙә предприятиены үҫтереү буйынса “Рус водороды” етәкселеге менән яҡынса һөйләшеүҙәр булды. “Башҡортостан сода компанияһы” элек директорҙар советы раҫлаған инвестиция программаһын үтәргә ниәтләй. Сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләһе, әлбиттә, актуаль, компанияның оҙайлы үҫеш программаһы бар, уға ярашлы сеймалды ҡайҙан алырға кәрәклеген хәл иткәндәр. Әлегә “Башҡортостан сода компания”һы Шахтау карьерын файҙаланыуҙы дауам итәсәк.
– Башҡортостанда ислам банкингы форматын таратыу перспективаларын нисек баһалайһығыҙ? Әле был ни тиклем талап ителә?
– Башҡортостан банк хеҙмәтләндереүенә ислам принциптарын индереү буйынса дүрт пилот төбәгенең береһе булды. Шул уҡ ваҡытта ул ислам донъяһы илдәренән сит ил инвестицияларын да йәлеп итер, тип өмөтләнәбеҙ – был санкциялар шарттарында айырыуса көнүҙәк. Партнерлыҡ финанслауын индереү буйынса эксперимент ике йыл бара, дингә ҡарамай, бөтәһе лә файҙаланыусы була ала. Был финанслауҙы фонд, автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма һ.б. формаһында теркәлгән финанс ойошмалары, юридик шәхестәр бирәсәк, ә эшмәкәрлеген Үҙәк банк көйләйәсәк. Артабан хоҡуҡи көйләү алымдарын билдәләү өсөн нисек эшләргә кәрәклеген өйрәнә алырбыҙ, тип иҫәп тотабыҙ.
Фото: Башинформ.