

Башҡортостан дәүләт аграр университетының һәм республиканың ауыл хужалығы колледждарының 500-ҙән ашыу студенты республиканың агросәнәғәт комплексының алдынғы предприятиеларында практика үтә.
«Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһының «Ауыл халҡының мәшғүллегенә булышлыҡ итеү» проекты сиктәрендә ауыл хужалығы етештереүселәренә һәм эшкәртеүселәренә федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан студенттарҙы эшкә йәлеп итеүгә киткән сығымдарҙың бер өлөшө ҡайтарыла. Проектты Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы тормошҡа ашыра.
Башҡортостан «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһының «Ауыл халҡының мәшғүллегенә булышлыҡ итеү» федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ил буйынса алдынғы урынды биләй. 2020 йылда Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттары араһында "Ауыл мәшғүллегенә булышлыҡ итеү" федераль проектының һөҙөмтәлелеге буйынса илдә беренсе, 2021 йылда 2-се урында булды. 2022 йылда 470 хеҙмәткәргә 106 предприятие дәүләт ярҙамы ала, финанслау күләме 24,3 миллион һум тәшкил итә. 2023 йылдың беренсе яртыһында 64 предприятиеға 150 хеҙмәткәргә 6,3 миллион һум күләмендә компенсация түләнгән дә инде.
Мәғлүмәт һәм фотолар Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.