

8 июлдә Бөрөгә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йүнсел Дмитрий Зыряновтың етештереү майҙансығында булды. Ул һанлы программа менән идара ителгән металл эшкәртеү станоктары (ЧПУ) эшләү менән шөғөлләнә.
Бизнесмен әйтеүенсә, предприятиеһын 2019 йылдан алып бара, тәүҙә бәләкәй гараж оҫтаханаһында тәүге деталдәрҙе һуғып сығара башлай. Етештереү үҫеше менән яңы бинаға мохтажлыҡ тыуа, унда станоктар сығарыу хеҙмәте үҙләштерелә. Был - күп функциялы эшкәртеү комплекстары. Уларҙы заказсыларҙың индивидуаль талаптары буйынса эшләйҙәр.
Төбәк етәксеһе етештереү ҡеүәтен ҡараны, йүселдең артабанғы пландары менән ҡыҙыҡһынды. Дмитрий Зырянов әйтеүенсә, импортҡа алмаш шарттарында станоктар Рәсәй төбәктәрендә, шулай уҡ Белоруссияла, Ҡаҙағстанда ҙур ихтыяж менән файҙалана. Сифаты, арзанлығы был ҡорамалдарҙы төрлө тармаҡтарҙа, тәү сиратта электрон сәнәғәттә, машиналар эшләүҙә, медицина өлкәһе өсөн миниатюралы изделиелар етештереүҙә конкурентлыҡҡа һәләтле итә. Станоктарға сират бер нисә айға етә. Шуға бәйле биш мең квадрат метр майҙанлыҡ яңы цех төҙөү иҫәбенә етештереү ҡеүәттәрен киңәйтеү планлаштырыла.
Башҡортостан Башлығы Дмитрий Зыряновты яңы проектҡа ярҙам сараларын тикшереү өсөн "Инвестиция сәғәте"нә саҡырҙы. "Был уникаль предприятиены беҙҙең энтузиастар булдырған, - тип билдәләне Радий Хәбиров сәфәр йомғаҡтары буйынса. - Станоктар эшләү - стратегик йәһәттән мөһим йүнәлеш, шуға күрә был проектты мотлаҡ хупларбыҙ, уны үҫтереү өсөн ниндәй субсидиялар бүлергә мөмкин икәнлеген уйларбыҙ".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.