

10 июлдә Екатеринбургта “Иннопром-2023” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында 2022 йылда Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингы һөҙөмтәләренең презентацияһы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Республика Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урын яуланы. Беренсе һәм икенсе баҫҡыстарҙа – Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 һәм 2021 йылдар йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәй рейтингында лидер булды.
Башҡортостандың юғары урындары – һөҙөмтәле сәнәғәт сәйәсәте һәм предприятиеларҙың хеҙмәт коллективтарының өлөшө һөҙөмтәһе, тип билдәләне Радий Хәбиров.
– Беренсеһе – Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы идара итеү командаһының эше. Һуңғы йылдарҙа ил ғәҙәттән тыш саҡырыуҙарға юлыҡты. Бындай шарттарҙа беҙ аҡыллы иҡтисади һәм, атап әйткәндә, был саҡырыуҙарға яуап биргән сәнәғәт сәйәсәтен күрәбеҙ. Был тиҙ, һөҙөмтәле һәм финанстар менән нығытылған саралар, – тине республика Башлығы. – Бөгөн беҙ сәнәғәт предприятиелары етәкселәренә һәм хеҙмәт коллективтарына ла рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Улар бөгөн алдыбыҙҙа торған бурыстарҙы ыңғай хәл итә.
Билдәләп үтәйек, сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингы илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы методикаһы буйынса 38 күрһәткес нигеҙендә төҙөлә. Дөйөм баһа биш төп институциональ блоктан тора: иҡтисади үҫеш, норматив-хоҡуҡи база, төбәктең Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән үҙ-ара килешеп эш итеү кимәле, эшлекле әүҙемлек һәм һанлы трансформация.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.