

10 июлдә “Иннопром-2023” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингына комментарий бирҙе. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса республика унда өсөнсө урынды алды.
– Радий Фәрит улы, Башҡортостан, Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән ҡала, сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәй рейтингында йәнә алдынғылар иҫәбенә инде. Был һөҙөмтә нимәгә бәйле? – тип һоранылар унан.
– Бынан алдағы ике йылда Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урынды биләне. Был ҡаҙаныштың нигеҙендә бер нисә ҡушымта тора. Иң элек, был беҙҙең сәнәғәт предприятиелары – етәкселәрҙең һәм хеҙмәт коллективтарының һөҙөмтәле эше. Икенсенән – Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы алып барған системалы федераль сәнәғәт сәйәсәте. Был сәнәғәткә ярҙам итеү өсөн ҙур инструментарий. Шул уҡ ваҡытта күрелгән саралар бик тиҙ камиллаша. Яңыраҡ ҡына улар коронавирусҡа ҡаршы көрәштең көнүҙәк бурыстарына тап килде. Ә бөгөн улар ярҙамында беҙ санкцияға ҡаршы торабыҙ. Бөтә был ярҙам саралары капиталды күпләп талап итә һәм һөҙөмтәле.
Беҙҙең идара итеү командаһының эшмәкәрлеге лә ҙур әһәмиәткә эйә. Республика Хөкүмәте федераль кимәлдә күрһәтелгән барлыҡ ярҙам сараларын тормошҡа ашыра. Ә федераль сараларға өҫтәмә рәүештә беҙ төбәк кимәлендә ярҙам механизмдарын булдырабыҙ. Мәҫәлән, беҙҙә еңел һәм ағас эшкәртеү сәнәғәтенә, реабилитация саралары һәм халыҡ художество кәсептәре продукцияһын етештереүгә ярҙам саралары бар. Былар барыһы ла берҙәм сәнәғәт сәйәсәтен булдыра, ул билдәле уңыштарға килтерә.
Бөгөн тәҡдим ителгән рейтинг төбәктәр сәнәғәтенең дөйөм хәлен сағылдыра. Мәҫәлән, былтыр ул Башҡортостанда өс процентҡа тиерлек артҡан. Ә бит ул ныҡ ҡатмарлы ковидтан һуңғы осор һәм махсус хәрби операцияның башы ғына ине. Ә 2023 йылдың тәүге биш айында үҫеш тағы ла 4,8 процент тәшкил итте. Был инвестициялар йәлеп итеү динамикаһында һәм, ахыр сиктә, эш хаҡы һәм эш урындарында сағыла.
Радий Фәрит улынан, быйыл республиканың “Иннопром” күргәҙмәһендә ҡатнашыуының һәм тотош төбәк сәнәғәт сәйәсәтен камиллаштырыуҙың төп бурыстарын нимәлә күрәһегеҙ тип һоранылар.
– Быйыл хеҙмәт ресурстары менән эшләү ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙың төп етешһеҙлеге бар. Иҡтисад үҫешә, һәм компанияларға юғары квалификациялы, яҡшы әҙерлекле белгестәр кәрәк.
Бынан тыш, предприятиелар өсөн технологик һанлы платформа менән етди эшләргә кәрәк. Был беҙҙең позицияларҙы нығытырға, ә иң мөһиме – предприятиеларҙы артабан һанлы үҙгәртеү мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк, – тине ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.