Иҡтисад
11 Июль 2023, 17:20

Өс сәғәт буйы яуап бирәсәктәр

Мобиль офиста һалым түләүселәргә бушлай кәңәш бирәсәктәр.

Өс сәғәт буйы яуап бирәсәктәрӨс сәғәт буйы яуап бирәсәктәр
Өс сәғәт буйы яуап бирәсәктәр

13 июлдә Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы  хеҙмәткәрҙәре “Минең бизнес” эшҡыуарлыҡ үҙәгендә эшҡыуарҙарҙы ҡабул итә. Мобиль офиста һалым түләүселәргә бушлай кәңәш бирәсәктәр. Бында мөрәжәғәт иткән һәр эшҡыуар махсус һалым режимын ҡулланыу, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтының интернет-хеҙмәттәре мөмкинлектәре, бюджет алдындағы бурыстың барлығы-юҡлығы тураһында хәбәрҙар буласаҡ.

13 июлдә 14 – 17 сәғәттә Өфөләге Тыныслыҡ урамындағы 14-се йортта урынлашҡан “Минең бизнес” майҙансығында ҡабул итәсәктәр. Һалым хеҙмәтенең эшҡыуарҙар менән үҙ-ара эш итеүенең һөҙөмтәле булһын өсөн бындай форматтағы сараларҙы йыл аҙағына тиклем ойоштороу планлаштырылған.

Фото: lk.iklaster.ru

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас