Иҡтисад
11 Июль 2023, 08:30

Свердловск менән бәйләнештәр нығына

Ике төбәк етәкселәре хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. 

Свердловск менән бәйләнештәр нығынаСвердловск менән бәйләнештәр нығына
Свердловск менән бәйләнештәр нығына

Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы һәм Свердловск өлкәһенең Сәнәғәт һәм фән министрлығы дәүләт сәнәғәт сәйәсәте өлкәһендә төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү тураһында килеште. Был хаҡта Екатеринбургтағы ИННОПРОМ-2023 халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡарар ителде. Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һәм Свердловск өлкәһе сәнәғәт һәм фән министры Сергей Пересторин ҡул ҡуйҙы.

– Республика Рәсәй төбәктәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә: күп предприятиелар кооперацияла эшләй һәм хатта бер үк кластерҙа ҡатнаша. Һамар өлкәһендә “АВТОВАЗ”да Башҡортостандың тиҫтәләгән предприятиеһы бар. Силәбе өлкәһе менән беҙҙе металлургия һәм тау сәнәғәте бәйләй. Татарстан – автомобилдәр эшләүҙә күптәнге партнер. Алыҫ Төньяҡ менән Башҡортостан араһында нефть һәм газ сығарыу өлкәһендә күп йыллыҡ партнерлыҡ бәйләнештәре бар. Донецк Халыҡ Республикаһы менән станоктар эшләү һәм еңел сәнәғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән. Әлеге хәлдә мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү бик мөһим, – тине республика сәнәғәт министрлығы етәксеһе.

Вице-премьер әйтеүенсә, коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш ваҡытында үҙ-ара эш итеү республиканың ковид-госпиталдәренә Татарстан, Свердловск, Түбәнге Новгород һәм Һарытау өлкәләре медицина кислороды иҫәбенә ихтыяжды бөтөрөргә ярҙам итте. Тәүлегенә 20 тоннанан 55 тоннаға тиклем кислород етештереү ҡеүәттәрен арттырып, Башҡортостан күршеләргә - Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренә булышлыҡ күрһәтә башланы. Александр Шельдяев билдәләүенсә, коллегалар менән ҡул ҡуйылған килешеү кооперация бәйләнештәрен тағы ла нығытасаҡ.

Документ уртаҡ инвестиция һәм инновация проекттары булдырыуҙы, инвестициялар йәлеп итеү һәм дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү мәсьәләләрендә тәжрибә уртаҡлашыуҙы күҙ уңында тота. Төбәктәр сәнәғәт производствоһын диверсификациялау өлкәһендә, шул иҫәптән сит ил партнерҙарын һәм инвесторҙарын эҙләү, уларҙы йәлеп итеү юлы менән хеҙмәттәшлек алып барырға ниәтләй. Фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән технологияларҙы үҫтереү һәм социаль әһәмиәтле, конкуренцияға һәләтле продукция етештереү өлкәһендә берлектәге проекттар тәҡдим ителә. Килешеү шулай уҡ ойошмаларҙан талап буйынса эште, эшлекле һәм фәнни бәйләнештәрҙе киңәйтеүҙе, уртаҡ миссиялар, күргәҙмәләр, семинарҙар үткәреүҙе лә күҙ уңында тота.

Башҡортостан вәкилдәре эш сәфәре менән Свердловск өлкәһенә барырға, урындарҙа ниндәй предприятиеларҙың эшләй башлауын, ике төбәктең баҙарҙары нимәгә мохтажлығын тикшерергә ниәтләй.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21375//

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас