Иҡтисад
13 Июль 2023, 14:50

Мәскәүҙәр ҡымыҙҙан эшләгән шоколад ауыҙ иткән

Илдең 70-тан ашыу төбәгенән 330-ҙан ашыу етештереүсе үҙ продукцияһын тәҡдим итә.

Мәскәүҙәр ҡымыҙҙан эшләгән шоколад ауыҙ иткәнМәскәүҙәр ҡымыҙҙан эшләгән шоколад ауыҙ иткән
Мәскәүҙәр ҡымыҙҙан эшләгән шоколад ауыҙ иткән

Мәскәүҙә 7 июлдән 16 июлгә тиклем Икенсе гастрономия фестивале үтә. Фестиваль 2020 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдиме менән ойошторола. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты төбәк аҙыҡ-түлек брендтарын пропагандалау буйынса күләмле программаның яңы этабы булып тора.

Манежная майҙаны һәм баш ҡаланың башҡа райондарындағы 25 майҙансыҡ меңәрләгән мәскәүҙәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы йәлеп итеү урынына әүерелде. Бында илдең 70-тан ашыу төбәгенән 330-ҙан ашыу етештереүсе үҙ продукцияһын тәҡдим итә. Күп кенә продукция маркалары ҡулланыусыларға гастрономик фестиваль ярҙамында киң танылыу ала.

Башҡортостан етештереүселәре фестивалдең ҡунаҡтарына бөтә ил буйынса киң билдәле аҙыҡ-түлекте тәҡдим итте. Мәскәүгә Белорет районынан Дмитрий Дубровский тарафынан ярты тонна бал һәм умартасылыҡ продукттары килтерелгән. Фёдоровка районынан Зөлфия Насырова 600 килограммсәк-сәк әҙерләгән. Илеш районынан Рөстәм Ғилданов баш ҡалаға 500 килограмм ит, ҡаҙылыҡ һәм киптерелгән ҡаҙ оҙатты. Шулай уҡ фестивалдә ҡорот, талҡан, һалма һәм бишбармаҡ табырға була.

“Башҡортостандың һөнәрселек шоколады” 15 төрлө шоколад алып барған. Улар араһында иң ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡаны ҡымыҙҙан эшләнгәне булһа, тағы ла селен, йод менән байытылғанын да ашап ҡарау мөмкинлеге булған.

Дмитрий Дубровский әйтеүенсә, башҡорт балына ҡыҙыҡһыныу юғары булған — килгән һәр кем бал һатып алмайынса китмәгән. Ә беҙҙең етештереүселәр башҡа төбәктәрҙән килгән эшҡыуарҙарҙан оҫталыҡ дәрестәре алды.

Гастрономик фестивалдең күңел асыу программаһына 550-нән ашыу оҫталыҡ дәрестәре һәм аш-һыу әҙерләү шоуҙары, ижади коллективтарҙың сығыштары инә. Фестиваль майҙансыҡтарына 800 меңдән ашыу кеше килеүе көтөлә.

Икенсе «Рәсәй тәме» гастрономик фестивален ойоштороусы булып Мәскәү Хөкүмәте менән берлектә Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы тора.

 

Фотолар “Вкусы России” фестиваленең сайтынан алынды.

Мәскәүҙәр ҡымыҙҙан эшләгән шоколад ауыҙ иткән
Мәскәүҙәр ҡымыҙҙан эшләгән шоколад ауыҙ иткән
Мәскәүҙәр ҡымыҙҙан эшләгән шоколад ауыҙ иткән
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас