

“Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” ҡалалар үҫеше һәм һанлы трансформациялау IV халыҡ-ара форумы сиктәрендә, РФ Дәүләт Советы комиссияһының “Коммуникация, элемтә, һанлы иҡтисад” йүнәлеше буйынса эшсе төркөмөнөң асыҡ ултырышы үтәсәк.
Йылдың төп ваҡиғаһы 26-28 июлдә Өфөлә “Торатау” конгресс-холы майҙансығында уҙғарыла. Спикерҙарҙың иғтибары Рәсәй Федерацияһы субъекттарында һәм муниципалитеттарҙа яһалма интеллект ҡарарҙарын ҡулланыу һөҙөмтәһенә йүнәлтелгән.
Сессия һөҙөмтәләре буйынса ил субъекттарында яһалма интеллект технологияларын ҡулланыуҙың уңышлы тәжрибәләрен индереү буйынса ҡала һәм төбәктәргә рекомендациялар булдырыласаҡ.
Уңышлы тәжрибәләр тураһында диалогты алып барыуҙа Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм коммуникациялар министры урынбаҫары Григорий Борисенко, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы яһалма интеллект үҫешенең милли үҙәге директоры Сергей Наквасин һәм башҡа бик күп белгестәр ҡатнашасаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.