Иҡтисад
18 Июль 2023, 16:30

Ҡалтасы уңғандарын күреп ҡайттыҡ

"Бындай ҙа ҡаршылыҡтарҙы күргәнем юҡ ине", - ти баш агроном. Уның һөйләүенсә...

Ҡалтасы уңғандарын күреп ҡайттыҡҠалтасы уңғандарын күреп ҡайттыҡ
Ҡалтасы уңғандарын күреп ҡайттыҡ

Яҙын, йәй башында ямғырҙар булмауы ауыл хужалығы өсөн ҙур һынау булды. Шулай ҙа төрлө ҡаршылыҡтарға күнеккән баҫыу эшсәндәре бар уңышты юғалтмай йыйып алырға тырыша.

Ҡалтасы районының “Восход” ауыл хужалығы кооперативында механизаторҙарҙы люцерна үләнен сенажға һалған ваҡытта тап иттек. Эшсәндәрҙең әле тын алырға ла ваҡыты юҡ. Уларға төшкө һәм киске ашты ла яланға килтереү көйләнгән. Хужалыҡтың баш агрономы Егор Зәйнетдинов әйтеүенсә, былтырҙан ҡалған бесән запасы ла ҡышты ауырлыҡһыҙ сығырға ярҙам итәсәк.

- Ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн быйылғы йыл еңел түгел. Мартта ҡар иреп бөттө, апрелдә 30 градуслыҡ эҫе торҙо. Аҙаҡ ҡапыл һыуытып, ҡырауҙар йонсотто. Люцерна менән кәзә үләне ҙур ғына майҙанда туңды. Нисә йыл эшләп, был культураларҙың туңғанын күргәнем юҡ ине әле. Шулай ҙа булғанын сабып сенажға һалабыҙ. Беренсе ҡат сабылған үлән соҡорҙарға тултырылды. Әле икенсегә сабыу бара. Ошо сенаж етерлек булыр тип ышанам. Һуңғараҡ силос әҙерләнәсәк. Бының өсөн 200 гектарҙа кукуруз үҫә. Август аҙағы, сентябрь баштарында силос туплауға тотонасаҡбыҙ, - тип һөйләне баш агроном.

Ошо көндәрҙә хужалыҡ ураҡ эштәрен башларға тора. Ужым бойҙайы быйыл яҡшы ҡышлаған, урып-йыйыу тап ошо баҫыуҙарҙан башланасаҡ.

Автор фотолары.

Ҡалтасы уңғандарын күреп ҡайттыҡ
Ҡалтасы уңғандарын күреп ҡайттыҡ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас