Иҡтисад
18 Июль 2023, 18:00

"Өфө муйынсағы" - уникаль проект

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яр буйы маршрутын төҙөү барышы менән танышты.

"Өфө муйынсағы" - уникаль проект"Өфө муйынсағы" - уникаль проект
"Өфө муйынсағы" - уникаль проект

18 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаланың бөтә яр буйы һыҙатын үҙ эсенә алған велосипедта һәм йәйәү йөрөү маршрутын төҙөү барышы менән танышты. "Өфө муйынсағы" проектын 2024 йылда, баш ҡаланың 450 йыллығына асырға планлаштыралар.

Маршруттың дөйөм оҙонлоғо 70 километрҙан ашыу, ул ҡаланың алты районы буйлап үткән һигеҙ участканан тора. Проекттың маҡсаты - Өфөнөң туристик һәм рекреацион киңлектәрен берләштереү, парк инфраструктураһын үҫтереүҙе дәртләндереү һәм баш ҡала халҡының, ҡунаҡтарының әүҙем ял итеү зоналарын булдырыу.

Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, "Өфө муйынсағы" төҙөлөшөнөң бөтә этаптары тамамланғандан һуң бында 420 меңдән ашыу кеше ял итәсәк һәм әүҙем ял менән шөғөлләнәсәк.

Орджоникидзе районында Башҡортостан Башлығы "Өфө муйынсағы" майҙансыҡтарының береһендә булып, муниципалитет вәкилдәре менән биләмәне төҙөкләндереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Альберт Маликов хәбәр итеүенсә, проект сиктәрендә 2022 йылда "Биатлон" спорт комплексынан Еңеү паркындағы Дежнев баҫҡысына тиклем ике саҡрым оҙонлоҡтағы участка төҙөкләндерелгән. Маршрут буйлап ағас эскәмйәләр һәм бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған, яҡтыртыу монтажланған.

Ошонда уҡ Радий Хәбиров "Рубикон" пейнтбол паркында булды. Республиканың Пейнтбол федерацияһы етәксеһе Евгений Землянов һөйләүенсә, ҡала ярҙамында улар элек бушлыҡ булған биләмәне тулыһынса йыһазландырған.

Башҡортостан Башлығы Пейнтбол федерацияһы етәксеһен был спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡ төҙөү мөмкинлектәрен тикшереү йәһәтенән Шишмә районындағы "Патриот" паркын үҫтереү буйынса алдағы кәңәшмәләрҙең береһенә саҡырҙы.

- Беҙ үҫмерҙәргә теоретик белем генә бирергә тейеш түгел. "Патриот" паркында уларҙы тактик медицинаға өйрәтәбеҙ, спорт әҙерлеге үткәрәбеҙ. Ә пейнтбол – бик хәрәкәтсән һәм ҡыҙыҡлы уйын. Ул ҡорал менән һаҡ эш итергә өйрәтә. Һәм был командалы спорт төрө, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Шуға күрә "Патриот"тың өсөнсө сиратында Федерациянан партнер һәм пейнтбол буйынса дәрестәр һәм ярыштар ойоштороу өсөн заманса база булдырыу пландарын мотлаҡ тикшерәсәкбеҙ.

Өфөнөң Калинин районында шулай уҡ "Өфө муйынсағы" проекты буйынса маршрут әҙерләнә һәм планлаштырыла. Муниципалитет башлығы вазифаһын башҡарыусы Дмитрий Миронов һүҙҙәренсә, Калинин исемендәге парк биләмәһендә "Биатлон" спорт-һауыҡырыу комплексы менән Чудинов урамы араһында һаулыҡ һуҡмағын булдырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләнгән дә инде. Маршруттың оҙонлоғо өс километрҙан ашыу тәшкил итәсәк.

"Өфө муйынсағы"ның иң оҙон участкаларының береһе – баш ҡаланың Октябрь районында. Ул дөйөм оҙонлоғо һигеҙ километрлыҡ өс һуҡмаҡты үҙ эсенә ала. Бында ғәҙәти булмаған ағас скульптуралар һәм навигация күрһәткестәре ҡуйылған, балалар һәм күҙәтеү майҙансыҡтары йыһазландырылған. Биләмәнең иҫтәлекле урындарының береһе - 205 йәшлек имән.

Һаулыҡ һуҡмағы буйлап йөрөгәндә Радий Хәбиров скандинав йөрөшө менән шөғөлләнгән Октябрь районында йәшәүсе оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар менән аралашты. Уларҙың клубы 100-ҙән ашыу кешене берләштерә.

- Бында ял итергә, йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә мөмкин. Барыһы ла уйланылған һәм хәүефһеҙ, төндә лә яҡты, - тине улар. - Элек бында юлдар юҡ, йөрөү ҡурҡыныс ине. Хәҙер барыһы ла хәүефһеҙ, уңайлы, балалар майҙансыҡтары күп. Ошондай һаулыҡ һуҡмағы өсөн ҙур рәхмәт. Шулай уҡ "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" программаһы өсөн рәхмәт. Уның ярҙамында беҙ республиканың бик күп матур урындарында, хатта башҡа төбәктәрҙә лә булдыҡ. Ҡайһы берҙәребеҙ Белоруссияға ла барып етә алды.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" оло йәштәгеләр араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланған проектҡа әүерелде. Йылдан-йыл яңы маршруттар барлыҡҡа килә, финанслау арта.

- Был республиканың тарихи урындарын, тәбиғәт матурлыҡтарынан күреү өсөн яҡшы мөмкинлек. Иң мөһиме - программа һеҙгә оҡшай, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ велосипедта ҙур тиҙлектә йөрөү менән шөғөлләнгән балалар менән аралашты. Улар үҙ көстәре менән уҡыу һәм күнекмәләр өсөн махсус трасса төҙөгән.

Өфөнөң Киров районында 2023 йылдың сентябрендә "Йәйғор" шифаханаһы эргәһендә 4,2 саҡрымлыҡ участкала "Өфө муйынсағы" маршрутын төҙөкләндереү тамамланасаҡ. Бында 3,7 гектар биләмә тәртипкә килтереләсәк, Өфө йылғаһына төшкән урында спорт һәм күҙәтеү майҙансыҡтары булдырыласаҡ. Велосипед юлдары буйлап 200-ҙән ашыу яҡтыртҡыс монтажланасаҡ.

Тикшереү йомғаҡтары буйынса төбәк етәксеһе "Өфө муйынсағы"на барыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

- Өфө мэрияһы башланғысының яйлап тормошҡа алға барыуы бик шәп. Ҡала проектты үҙ саралары иҫәбенә тормошҡа ашыра һәм Өфө тирәһендәге яңы участкаларҙың муйынсаҡ ише бер епкә теҙелә барыуын күрәбеҙ. Миңә "Йәйғор" шифаханаһы янындағы биләмә бик оҡшаны, бындағы урман иҫ киткес, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - "Өфө муйынсағы" проектына артабан да теләктәшлек күрһәтәсәкбеҙ.

Фото: glavarb.ru

"Өфө муйынсағы" - уникаль проект
"Өфө муйынсағы" - уникаль проект
"Өфө муйынсағы" - уникаль проект
"Өфө муйынсағы" - уникаль проект
"Өфө муйынсағы" - уникаль проект
"Өфө муйынсағы" - уникаль проект
"Өфө муйынсағы" - уникаль проект
"Өфө муйынсағы" - уникаль проект
"Өфө муйынсағы" - уникаль проект
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас