Иҡтисад
19 Июля 2023, 04:00

6,5 мең документ тикшереү үткән

Коррупцияға ҡаршы форум үҙ эшен дауам итә.

6,5 мең документ тикшереү үткән6,5 мең документ тикшереү үткән
6,5 мең документ тикшереү үткән

Өфөлә Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисади органдарының коррпуцияға ҡаршы форумы эшен дауам итә. Уның пленар ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән Федеарль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары Александр Михайлик та ҡатнаштылар.

“Коррупция донъя иҡтисадына ике триллоин доллар самаһы зыян килтерә, был бөтә донъялағы тулайым проукттың ике проценты тигән һүҙ”, – тине Андрей Назаров. – “Бөтә астарҙы туҡландырыу һәм медицина хеҙмәтенән мәхрүм булғандарға ундай ярҙам биреү өсөн бынан алты тапҡырға аҙыраҡ булған сумма ла етер ине. Рәсәй иҡтисады ла коррупция енәйәттәренән ыҙа сигә. Былтыр, Генпрокуратура мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ул 37 миллиард һум тәшкил иткән”.

Премьер-министр билдәләүенсә, республика Хөкүмәтендә һуңғы ике йыл ярым эсендә 6,5 мең документ хоҡуҡи һәм коррупцияға ҡаршы экспертиза үткән. Уларҙың өстән бер өлөшө ҡабаттан эшләү өсөн кире ҡайтарылған. Федераль ҡаҙналыҡтың республика идаралығы 40 миллиард һумлыҡ 10 концессия килешеүен контролдә тота. Идаралыҡ шулай бюджеттан инфраструктура кредиттары проекттаының тормошҡа ашырылыуын да күҙ уңынан ысҡындырмай.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас