

“Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” ҡалалар үҫеше һәм һанлы трансформация буйынса 4-се халыҡ-ара форумы сиктәрендә Рәсәй Дәүләт Советы комиссияһының “Коммуникация, элемтә, һанлы иҡтисад” йүнәлеше буйынса эшсе төркөмөнөң асыҡ ултырышы ла үтәсәк.
Йылдың иң төп ваҡиғаһы 26-28 июлдә Өфөлә “Торатау” конгресс-холы майҙансығында үтә. Спикерҙарҙың төп иғтибары Рәсәй субъекттарында һәм муниципалитеттарҙа ИТ-ҡарарҙар ҡулланыу һөҙөмтәһенә йүнәлтелә. Шул иҫәптән төбәктең тәжрибәһе лә ҡыҙыҡлы буласаҡ.
Сессия һөҙөмтәһе буйынса ҡала һәм төбәктәргә Рәсәй субъекттарында яһалма интеллект технологияларын ҡулланыуҙың уңышлы тәжрибәләрен индереү буйынса рекомендациялар әҙерләнә. Уңышлы тәжрибәләр, ҡала һәм төбәктәр өсөн рекомендациялар буйынса фәһемле диалог ойоштороласаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.