

Йәй - күптәрҙең көтөп алған ял осоро.
Филология фәндәре кандидаты, профессор, әҙәбиәт белгесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Мәжит Ғафури исемендәге мемориаль йорт-музейы директоры Ғәҙилә Бүләкова тыуған яғына ялға ҡайтып бара һәм Әбйәлил ҡымыҙын маҡтап-маҡтап эсә. Был милли эсемлекте райондың Яңы Балапан ауылында йәшәгән йәш эшҡыуар Илшат Һөйөндөков етештерә икән. Ул ҡустыһы Денис Варис улы менән йылҡысылыҡ кәсебен уңышлы алып бара.
Шифалы, сифатлы Әбйәлил ҡымыҙын Бөрйән районында ла һатып алырға мөмкин. Ә уның ни тиклем тәмле икәнлеге менән Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы үҙенең видеояҙмаһында таныштыра, сәхифәһенә инеп ҡарай алаһығыҙ.
Фото: "Башфонд".