

Быйылғы һауа торошо ауыл хужалығы эшсәндәренә һынау ҡуйҙы. Шулай ҙа төрлө ҡаршылыҡтарға күнеккән хеҙмәтсәндәр булғанын юғалтмай йыйып алырға тырыша. Ҡалтасы районында әле мал аҙығы әҙерләү тулы көскә бара, бер хужалыҡ ураҡҡа төшкән.
“Восход” ауыл хужалығы кооперативында булып, хеҙмәтсәндәрҙе люцерна үләнен сенажға һалған ваҡытта тап иттек. Механизаторҙарҙың һәр минуты иҫәпле, беҙҙең менән һөйләшеп бөтөүгә ҡабаланып йәнә эшкә керештеләр. Яланда эшләүселәргә төшкө һәм киске ашты ла урынға килтереү көйләнгән. Ураҡ ваҡытында хатта өс тапҡыр туҡландырыу хәстәрләнгән. Хужалыҡтың баш агрономы Егор Зәйнетдинов әйтеүенсә, быйылғы йыл еңелдән түгел, шулай ҙа былтырҙан ҡалған бесән запасы ҡышты ауырлыҡһыҙ сығырға ярҙам итәсәк.
– Ауыл хужалығы өсөн йыл ҡатмарлы килде. Мартта ҡар иреп бөттө, ә апрелдә 30 градуслы эҫе көндәр башланды. Аҙаҡ ҡапыл һыуытып, ҡырауҙар йонсотто. Люцерна менән кәзә үләне ҙур ғына майҙанда туңды. Нисә йыл эшләйем, был культураларҙың һалҡынға бирешкәнен күргәнем юҡ ине. Шулай ҙа мал аҙығын етерлек туплай алырбыҙ тип ышанам. Беренсе ҡат сабылған люцерна һәм кәзә үләне сенаж соҡорҙарына тултырылды. Әле икенсегә сабыу бара. Өсөнсө ҡатҡа төшөп, бесән әҙерләү бурысы ла бар. Шулай уҡ силос өсөн 200 гектарҙа кукуруз үҫә. Август аҙағы, сентябрь баштарында силос һала башлайбыҙ, – тип һөйләне баш агроном.
Ошо көндәрҙә хужалыҡ ураҡҡа төшөргә йыйына. Ужым бойҙайы быйыл яҡшы ҡышлаған, урып-йыйыу тап ошо баҫыуҙарҙан башлана.
– Быйыл арпа уңышына ла зарланырлыҡ түгел. Беренсе тапҡыр ҡарабойҙай сәсеп ҡарағайныҡ, ләкин йыл уның өсөн бик уңышлы булманы. Киләсәктә унан да яҡшы уңыш алыуға өмөт итәбеҙ, – тине Егор Зәйнетдинов.
Ауыл хужалығында хеҙмәт итеү өсөн үҙ эшен белгән, яуаплы белгестәр талап ителә. “Восход” хужалығы кадрҙар йәһәтенән ауырлыҡ кисермәй. Ҡайһы бер механизаторҙар бер нисә төрлө техникаға идара итә ала.
– Бөгөн мал аҙығы әҙерләүҙә ҡатнашһалар, иртәгә иген йыйыу комбайнына ултыралар, – тине хеҙмәткәрҙәре тураһында, ғорурланып, агроном.
Эштәре тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Виталий Кудайметов, Владимир Әбделғәниев менән аралашыу форсаты тейҙе, улар ҙа маҡтаулы хеҙмәткәрҙәр рәтендә.
Баш агроном үҙе лә ауыл хужалығында ҙур тәжрибәле белгес, “Восход” кооперативында эшләүенә лә 10 йылдан артып киткән.
– Ауыл хужалығы буйынса һөнәр һайлауыма үкенмәйем, сөнки был эш миңә бәләкәйҙән таныш. Атай-әсәйем икеһе лә колхозда хеҙмәт итте. Атайым механизатор булды. Уға ҡарап та өлгө алғанмындыр. Техниканы ремонтлағанда эргәһендә асҡыс биреп тороуы ла күңелгә яҡын ине. Эш иртә эләкте. Дүртенсе кластан һуң колхозда атта бесән әҙерләшеүҙә ҡатнаштым. Һигеҙенсе кластан һуң комбайнсы ярҙамсыһы булып киттем. Бер туған ағайым IX класты тамамлағас, комбайнға үҙ аллы ултырып эшләй башланы. Армиянан һуң, колхоздан йүнәлтмә менән агрономлыҡҡа уҡып ҡайттып, тыуған ауылым Оло Туғанайҙа эш башланым. Ғаилә ҡороп, төпләнеп ҡалдым. Ауылдан китеү мөмкинлегем дә булды, ләкин ҡалала йәшәй алмаҫымды беләм. Ундағы ығы-зығы күңелемә ятмай. Ауылда барыһы ла тыныс, барыһы ла үҙеңә бәйле. “Бында эш юҡ” тигән һүҙ дөрөҫ түгел. Эшләргә теләмәгәндәр генә шулай ти. Тырыш кеше матур йәшәй. Шәхси хужалығыңда ла мал аҫрарға мөмкин, эшеңде киңәйтәм тиһәң, фермерлыҡҡа тотонорға була, – ти бар ғүмерен йәнтөйәгенә бәйләгән, бер осор ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын да башҡарған замандашыбыҙ.
Баш агрономдың теләге – булған уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу. Шул уҡ ваҡытта киләһе йылдың уңышын хәстәрләүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай.
– Көҙгәрәк 900 гектарҙа ужым бойҙайын һәм 200 гектарҙа ужым арышын сәсергә ниәтләйбеҙ. Был культураларҙы үҫтереү отошло, сөнки улар яҙғы эштәрҙе кәметә. Ураҡ ваҡытында ла еңелерәккә тура килә. Улар башҡа культураларҙан алда өлгөрә һәм был техникаға көсөргәнеште кәметә. Әгәр барыһын да бер ваҡытта йыйып алырға кәрәк булһа, ҡайһылары артыҡ өлгөрөүҙән ҡойола башлай, юғалтыуҙарға дусар була. Шуға һәр культураны ваҡытында урыу мөһим, – ти Егор Зәйнетдинов.
Алда ҡалтасыларҙы яуаплы һәм ҡыҙыу осор көтә. Илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың туҡ булыуы тап әлеге замандаштарыбыҙ кеүек үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған ялан батырҙарының тырыш хеҙмәтенә бәйле.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Ҡалтасы районы

