Иҡтисад
21 Июль 2023, 11:45

Ялан батырҙары уңыш өсөн көрәшә

Уңайлы һауа торошо эштәрҙе тиҙ башҡарырға мөмкинлек бирә.

Ялан батырҙары уңыш өсөн көрәшәЯлан батырҙары уңыш өсөн көрәшә
Ялан батырҙары уңыш өсөн көрәшә

Республика баҫыуҙарында ҡыҙыу эш мәле. Әлеге ваҡытта Саҡмағош районының “Заря” ауыл хужалығы етештереү кооперативы һәм “Үҙәк” машина-технология станцияһының эшсәндәре борсаҡ йыйыуға һәм һуғыуға төштө. Район хужалыҡтарына ике мең гектарға яҡын майҙанда ҡуҙаҡлы культуралар йыйыу бурысы тора.

Шул уҡ ваҡытта мал аҙығы әҙерләү ҙә йылдам бара.

“Бөгөнгә сенаж соҡорҙарына 57 мең тонна йәшел масса һалынған, ике мең тоннанан ашыу бесән әҙерләнгән. Уңайлы һауа торошо эштәрҙе тиҙ башҡарырға мөмкинлек бирә”, – тип белдерҙе Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев.

Фото: vk.com/yamaleev_rf

Ялан батырҙары уңыш өсөн көрәшә
Ялан батырҙары уңыш өсөн көрәшә
Ялан батырҙары уңыш өсөн көрәшә
Ялан батырҙары уңыш өсөн көрәшә
Ялан батырҙары уңыш өсөн көрәшә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас