

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү программаһының өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне. Ул 2023 йылдың 1 июленән эшләй һәм дәүләт ярҙамы алыу өсөн яңы проекттарға талаптарҙы ябайлаштыра.
– Беҙ ғәмәлдәге инвестиция ҡануниәтенә тәрән анализ яһаныҡ. Ул насар түгел ине, әммә беҙ өлгәшелгәндәрҙә туҡталып торманыҡ. Инвесторҙар менән бер нисә тапҡыр ныҡлап уйландыҡ һәм бизнестың уңайлы эшләүе өсөн нимә эшләй алыуыбыҙ тураһында һораныҡ, – тине Радий Хәбиров. – Һөҙөмтәлә беҙ закондар сығарыу буйынса бығаса булмаған аҙымдар яһаныҡ, ул Рәсәйҙең бер төбәгендә лә юҡ.
Мәҫәлән, эшҡыуарҙар өсөн инвестицияларҙың минималь күләме, эш урындары һаны, эш хаҡы кимәле һәм финанслау сығанаҡтарын раҫлау буйынса талаптар бөтөрөлдө.
– Һөҙөмтәлә ғариза пакетының күләме 18 документтан һәм белешмәнән өскә тиклем кәмене. Был инвесторҙың декларацияһы, проекттың презентацияһы һәм уны төҙөүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау талап ителгәндә инфраструктура булдырыу тураһында мәғлүмәт, – тине Радий Хәбиров. – Был үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, ике “Инвестиция сәғәте” үткәрҙек. Эшҡыуарҙар яңы саралар бизнес эшен күпкә еңеләйтеүен һөйләне.
Бынан тыш, “Инвестиция сәғәте”нә инвесторҙарҙың ғаризаларын ҡарау ваҡыты 30 көнгә тиклем ҡыҫҡартылды. Шулай уҡ 30 көн дауамында эшҡыуарҙар төбәктең Инвестиция комитеты проектты хуплаған осраҡта ер участкаһы ала аласаҡ. Яҡтарҙың бөтә бурыстары махсус документта – инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында килешеүҙә сағыла.
Төбәк етәксеһе, яҡын киләсәктә проектты тикшереүгә электрон формала ғариза бирергә мөмкин, шулай уҡ муниципаль берәмектәр башлыҡтарына һәм бизнес-шәрифтәргә урындағы эшҡыуарлыҡ берләшмәһенә инвесторҙарға ярҙам итеүҙең яңы системаһы үҙенсәлектәрен аңлатырға ҡушты.
– Беҙ бизнес менән эште оптималләштереү буйынса күләмле эште башлап ҡына торабыҙ. Сиратта – инженер һәм транспорт инфраструктураһын билдәләү процедураларын һанлаштырыу һәм ябайлаштырыу этабы, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар тарафынан да күп нормативтар кәмей, әммә беҙ алға барырға тейешбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.