Иҡтисад
25 Июль 2023, 12:30

Милли премия өсөн көрәш башлана

Мәскәүҙә “Иҫәпләп сығарыу һәм элемтә. Квант донъяһы” киләсәк технологиялары форумында “Саҡырыу” киләсәк технологиялары буйынса милли премияға старт бирелде.

Милли премия өсөн көрәш башланаМилли премия өсөн көрәш башлана
Милли премия өсөн көрәш башлана

Мәскәүҙә “Иҫәпләп сығарыу һәм элемтә. Квант донъяһы” киләсәк технологиялары форумында “Саҡырыу” киләсәк технологиялары буйынса милли премияға старт бирелде.

Премия хәҙерге заман фәнен һәм кеше тормошон үҙгәртергә һәләтле ҡеүәтле башланғыстар, идеялар һәм уйлап табыуҙарҙы билдәләү маҡсатын ҡуя. Уны “Саҡырыу” ғилми-мәҙәни элемтә фонды булдырған.

Был премия артабан йыл һайын түбәндәге тармаҡтар буйынса ғалимдарға һәм инженерҙарға биреләсәк: физика, тормош тураһындағы фән, материалдар тураһындағы фән, математика һәм компьютер фәндәре. “Перспектива”, “Йыл ғалимы”, “Инженерлыҡ хәл ителеше”, “Алға ынтылыш” номинациялары буйынса еңгән һәр кем 10-ар миллион һум аласаҡ.

Был бәйгелә ҡатнашырға теләгәндәрҙән ғаризалар 14 июлдә ҡабул ителә башланы һәм быйылғы 14 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Һайлап алыу этабы 15 сентябрҙан 15 октябргә саҡлы бара. Еңеүселәрҙе 16 октябрҙән алып 18 декабргә саҡлы арауыҡта билдәләү планлаштырыла. Еңеүселәрҙе тантаналы наградлау Мәскәүҙә 19 декабрҙә үткәреләсәк.

Фото: “Саҡырыу” киләсәк технологиялары буйынса милли премия сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас