Иҡтисад
25 Июль 2023, 18:30

Октябрь революцияһы урамы быйыл асыла

Эштәрҙең артабанғы этабы – урамдағы йорттарҙы реконструкциялау.

Октябрь революцияһы урамы быйыл асылаОктябрь революцияһы урамы быйыл асыла
Октябрь революцияһы урамы быйыл асыла

25 июлдә республика Башлығы Радий Хәбиров “Йәмәғәт урындары һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте” форматында ошо өлкә буйынса эшләгән ведомстволар, төҙөлөш ойошмалары, баш ҡала хакимиәте вәкилдәре ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе.

һөйләшеү барышында Октябрь революцияһы урамында юл хәрәкәтенең быйыл асылыуы билдәле булды.

Был хаҡта Өфөнөң төҙөлөш, юл ремонты һәм яһалма ҡоролмалар буйынса идаралығы начальнигы Константин Паппе белдерҙе. Чиновник һүҙҙәренсә, баш ҡала урамының тарихи өлөшөндә 1,3 километр оҙонлоҡтағы майҙан реконструкциялана. Әле бында инженер селтәрҙәре өлөшләтә яңыртылған, йәйәүлеләр һәм велосипедта йөрөүселәр зонаһы булдырыла, тротуарҙар киңәйтелә, сауҙа һәм күңел асыу урындары йүнәтелә. Эштәрҙең артабанғы этабы – урамдағы йорттарҙы реконструкциялау.

Докладты тыңлағандан һуң Радий Фәрит улы бер нисә тәҡдимен дә индерҙе. Тәү сиратта ул эштәрҙе комплекслы алып барырға ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Октябрь революцияһы урамы быйыл асыла
Октябрь революцияһы урамы быйыл асыла
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас