Иҡтисад
26 Июль 2023, 12:45

Өфөлә "Аҡыллы ҡала" форумында пленар ултырыш үтте

Төбәк Башлығы бөтә был элементтарҙы комплекслы структураға интеграциялау кәрәклеген билдәләне.

Өфөлә "Аҡыллы ҡала" форумында пленар ултырыш үттеӨфөлә "Аҡыллы ҡала" форумында пленар ултырыш үтте
Өфөлә "Аҡыллы ҡала" форумында пленар ултырыш үтте

Форумда ҡатнашыуға бөтәһе 2 меңдән ашыу ғариза килгән. Вәкиллек етди: Өфөгә федераль министрҙарҙың ете урынбаҫары килде. Форумда шәхсән ҡатнаша алмағандар өсөн онлайн-трансляция ойошторолған.

Форумдың пленар ултырышы «Торатау» Конгресс-холының концерт залында үтте. Иң тәүҙә Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры Дмитрий Чернышенко, Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин һәм Ҡала һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эштәре буйынса министр Александр Куренковтың мөрәжәғәттәре уҡып ишеттерелде.

Форумда ҡатнашыусыларҙы Республика башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.

 

- «Аҡыллы ҡала» форумын ҡабул итеү беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәкселегенә уны үткәреүҙе ышанып тапшырғандары өсөн ихлас рәхмәт белдерәм. Беҙҙә күп кенә перспективалы программалар тормошҡа ашырыла. Өфөнө алһаҡ, ГЛОНАСС аша коммуналь техника менән идара итеү, «Хәүефһеҙ ҡала» системаһы һәм башҡа бик күп системалар кешеләрҙең тормошон уңайлыраҡ итергә мөмкинлек бирә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Төбәк Башлығы бөтә был элементтарҙы комплекслы структураға интеграциялау кәрәклеген билдәләне.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2023-07-26/na-forume-umnyy-gorod-v-ufe-sostoyalos-plenarnoe-zasedanie-3357133

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас