

Бөгөн Өфөлә барған “Аҡыллы ҡала. Беҙҙең киләсәк” II Бөтә Рәсәй йәштәр форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыйында ҡатнашыусылар менән аралашҡанда үҙенең хыялы тураһында һөйләне.
“Өфө – ҙур ҡала, эре организм һәм беҙ, һис шикһеҙ, аҡыллы ҡалаға хас булырға тейешле бөтә элементтарҙы үҫтерәбеҙ. Был эштең осо-ҡырыйы юҡ, сөнки йыл һайын яңы технологиялар, сервистар барлыҡҡа килә, улар кешеләрҙең тормошон яҡшырта барыуға йүнәлтелгән”, – тине Радий Фәрит улы.
Үҙ хыялы тураһындағы һорауға яуап биреп, Радий Хәбиров Башҡортостандың, бөтә Рәсәй кеүек үк, халыҡ тормошо өсөн уңайлы биләмәгә әйләнеүе тураһында хыялланыуын һөйләне.
“Был биләмәлә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, транспорт, дәүләт хеҙмәтләндереүе, хәүефһеҙлек яҡшы кимәлдә булырға тейеш. Беҙҙең хыял ғәмәлдә ябай һәм ҡул менән тотоп ҡарарлыҡ – таҙа урамдар, һәйбәт парктар, торлаҡ-коммуналь ойошмаларҙың тейешенсә эшләүе..." – тине республика етәксеһе.
Фото: “Башинформ”.