

Өфөлә барған “Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” халыҡ-ара форумында “Күп фатирлы йорттарға идара итеү өлкәһендәге һанлаштырыу” тигән стратегик сессия уҙғарылды.
Сарала ҡатнашыусылар торлаҡ йорттарҙа йәшәүселәр менән идарасы компаниялар мөнәсәбәтен һанлаштырыу аша алып барыу мәсьәләләре тураһында фекер алышты.
Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары, “Аҡыллы ҡала” проекты етәксеһе Константин Михайлик ҡала хужалығына идара итеүҙе яңыртыу кәрәклеге тураһында һөйләне.
Рәсәйҙең һанлы үҫеш һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Андрей Заренин “Аҡыллы күп фатирлы йорт” проектын тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибә менән уртаҡлашты.
“Был ҙур эш менән шөғөлләнгәндә беҙ системаның да, радиоэлектрониканың да үҙебеҙҙең илдеке булырға тейешлеген күҙ уңында тотабыҙ”, – тине министр урынбаҫары.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.