Иҡтисад
27 Июль 2023, 15:15

Яһалма аҡылдың йоғонтоһо бармы?

Халыҡ-ара форумда - эксперттар сессияһы.

Яһалма аҡылдың йоғонтоһо бармы?Яһалма аҡылдың йоғонтоһо бармы?
Яһалма аҡылдың йоғонтоһо бармы?

Өфөлә барған “Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” халыҡ-ара форумы сиктәрендә “Аҡыллы ҡала”ла технологиялар һәм яһалма интеллектты ҡулланыуҙың йоғонтоһо  тураһында” тигән эксперттар сессияһы уҙғарылды.

Сараны Рәсәйҙең “Коммунициялар, элемтә, һанлы иҡтисад” йүнәлеше буйынса дәүләт комиссияһы ойошторған. Комиссия аппараты етәксеһе Ольга Минеева билдәләүенсә, былтыр ноябрҙә үткәрелгән “Яһалма интеллект донңяһына сәйәхәт” конференцияһы йомғаҡтарына ярашлы, Рәсәй төбәктәрендәге һанлаштырыу буйынса иң яҡшы миҫалдарҙы ғәмәлгә ашырыу бурысы ҡуйылған.

Был йүнәлештәге мәсьәләләрҙе тикшергәндә белгестәр һанлаштырыуҙың кире (мәҫәлән, экологик зыян) һәм ыңғай (ғилми асышҡа нигеҙ була алырлыҡ) яҡтарын да телгә алды һәм уларҙы артабан өйрәнеү кәрәклеген раҫланы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас